Балсыҡ һылау өмәһе

фольклор

Балсыҡ һылау өмәһе' (рус. Коллективная помощь по обмазыванию дома и других построек) — айырым тәртип менән башҡарылған берҙәм эш итеү, бер-береңә ярҙам итеү. Был күмәк эш магик, дини мәғәнәгә лә эйә.

Балсыҡ һылау өмәһе
Рәсем
Башҡорттарҙың балсыҡ менән һыланған ҡура-ҡаралтыһы. 2023 й.

Башҡорттар, башҡа төрки халыҡтары кеүек, борон-борондан берҙәм, ойошоп йәшәгән. Туғандарына, ауылдаштарына көндәлек эштәрҙә, баҫыуҙа, яланда, малсылыҡта, кәсепселек төрҙәрендә лә бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Ултыраҡ тормошҡа күскән ваҡыттан алып үҙҙәренең йорт-ҡаралтыларын балсыҡ менән һылайҙар.

Өй йылы булһын өсөн барлыҡ тораҡтарҙа ла: кәҫ өй, саман өй, бүрәнәнән бурап һалынған, хужалыҡ ҡаралтылары: мунса, һарай, келәттәрҙең стеналарын да балсыҡ менән һылайҙар[1]. Был эш айырым бер тәртиптә башҡарыла. Уның үҙенә генә бәйле тарихи мәғәнәһе булған, боронғо ата-бабаларҙың дини ҡараштарына нигеҙләнгән. Ошо ҡағиҙәләр үтәлһә, өйҙә, ғаиләлә бәрәкәт, тыныслыҡ, именлек тантана итер, тип уйлағандар.

Балсыҡ һылау — ауыр эш. Балсыҡ кибеп өлгөрмәһен өсөн, шәп кенә, йылдам ғына эшләү талап ителә. Шуға ла өй һылау өмәһен ял көндәрендә уҙғарып, кем килә ала, барыһын да саҡырған булғандар. Күп кеше ҡушылып эшләнһә, был йортта балалар гөрләп йөрөр, уға бәхет ҡуныр, тип фараз иткәндәр. Дөйөм эш халыҡҡа шатлыҡ килтергән. Берҙәм хеҙмәт тиҙ башҡарылған, байрам булып әүерелгән[2].

Эш тәртибе

үҙгәртергә

Һылау өсөн кәрәкле балсыҡты алыу ваҡыты булған: уны 25-26 июндән алғандар.

Тау эшкәртмәһе ошо ваҡытҡа әҙер була тигәндәр. Иң мөһиме — балсыҡ ҡатнашмаһын стенаға йәбешерлек, ҡубып төшмәҫлек ваҡытта ғына һайларға кәрәк. Балсыҡ алынған урынға мотлаҡ рәүештә тәңкәме, бойҙай бөртөктәреме, икмәк телеме — нимәлер ҡалдырғандар. Бер уңайҙан «Ер эйәһе, риза бул, үҙ өлөшөмдө алам» тип теләк-үтенес тә әйткәндәр[2].

Һылау көнсығыш стенанан, ҡояш яғынан башланған:

Бисмилләһир-рахмәни рахим.

Ҡул артым еңел булһын,

Был донъялар аман булһын.

Нигеҙҙәре ҡотло булһын,

Имен-аман йәшәһендәр.

Балалары, малдары тыуып торһон,

Мөхәббәтле йорт булһын!

Кемдең ҡулы еңел («ҡул арты еңел» тип тә әйткәндәр), шул ҡатын стенаға балсыҡты беренсе булып һылаған.


Стеналарҙы һылап бөткәс, иң оло еңгә бер ус балсыҡты ҡибла яғына ҡараған стенаның мөйөшөнә йәбештергән дә: «Был минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы», тип, шунда үҙенең ҡул эҙен ҡалдырған.Ошо ике изге заттың исемдәрен әйтеп, ҡулдың ус эҙен ҡалдырыу – төрлө ауырыуҙарҙан дауалауҙа ярҙам итә, насар көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлай, өйгә бәрәкәт килтерә, тип уйлағандар[3].

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ» романында тасуирлаған балсыҡ өмәһенән өҙөк:

Өй артына түңәрәкләп йәйгән ике өлкән йәйем мәте ҡатыш ҡомдоң уртаһына ат тиҙәге ташып өйгәс, ҡыҙҙар, килендәр сыр-сыу килеп шаярыша-көлешә, Ырғыҙҙан көйәнтәләп һыу ташып ҡойҙолар, һалам һалдылар. Муйылбикәнең әҙерләп ҡуйған өс-дүрт силәк эҫе келөн һибәләп, балаҡтарын төрөп, күлдәк итәктәрен бөрмәләренә ҡыҫтырып, ике йәйемгә бүленеп, тубыҡтан батып, балсыҡ баҫырға тотондолар. Балсыҡтың ҡайһыһы тиҙерәк булыуы тураһында шаян һүҙ керәштерә-көрәштерә, ике йәйемде лә ашығып әйләнәләр. Көл уртаһында быҙлап ятҡан ваҡ ҡына тиҙәк ҡуҙҙары аяҡты бешерә, ләкин улар бирешмәҫкә тырышалар, «әэм, ҡалай эҫе» тиҙәр ҙә бешкән аяҡтарын һыуыҡ балсыҡҡа тығалар. Өмәселәр шулай итеп, балсыҡты һағыҙ кеүек булып шартлағансы баҫып әҙерләп, төшкө сәйгә ултырҙылар. Төштән һун ейҙө һә тигәнсә һылап бөтөрөргә булдылар.

…Иртәгеһенә балсыҡтын аҙаҡҡы баҫымын һылап бөтөп, ҡыҙҙар, килендәр, стенаға балсыҡ түңәрәтеп йәбештереп, иҫтәлек есөн үҙҙәренен. ҡулдарын, бармаҡтарын тарбайтып һуғып ҡуйҙылар[4].

Балсыҡ өмәһе йолалары

үҙгәртергә

Балсыҡ һылап торған ҡатындарҙан берәү:

Балсыҡ ҡоро! -тип ҡысҡыра.

Балсыҡ ҡоро һылап булмай!

Сәсмә күтәреү

Өмәгә ҡатнаша алмаған әбей-һәбей

Сәсмә күтәрәбеҙ![3]

Сәсмә күтәрәбеҙ! — тиешеп, май, ҡорот, бал, икмәк һәм башҡа ризыҡ күтәреп киләләр ҙә

Бында көн иткән кешеләр оҙон ғүмерле булһын!

— Иҫән-һау, тәүфиҡ менән торорға яҙһын — тип теләк теләй-теләй, ризыҡтарынан ауыҙ иттерәләр, ҡалғанын хужа ҡатынға тапшыралар.

Өмә балсығы илтеү— өмә менән өйҙө һылап бөткәс, ашына саҡырыу өсөн хөрмәтле, оло бер кешегә ебәрелә торған бер йомарлам балсыҡ [5].

«Ырғыҙ» романынан:

Мәғфүрә: анау көндө Муйылбикәлә балсыҡ өмәһендә булғайным,. Шунда беҙ өмә балсығын ебәреп, Урал әбейен саҡырттыҡ, төн уртаһына тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ. ... Улар йыуынып бетөп, сәй янына йыйылғылағансы булмай, алдан Бәҙи, уның артынан Шәһиҙә әбей, баяғы тәрилкәнең балсығы урынына бер өлкән йомғаҡ май һалып, бер таба сөсө икмәк ҡултыҡлап килеп инделәр. ... Өмәселәр әбейҙен, йырына ла, был нәсихәт һүҙҙәренә лә күп рәхмәт әйтеп шауланылар ҙа, йәш килендәр, бала-сағаларын, эштәрен иҫкә төшөрөп, ашығып һаулашып, ҡайтып киттеләр. Муйылбикә олораҡтарҙын, берәүһен дә ҡайтарманы: — Юҡ, юҡ, ҡуҙғалмағыҙ. Самауыр яңыртам. Баяғыһы өмә сәйе ине. Быныһы аулаҡ өй сәйе булыр, — тине[4].

Икенсе йола:

Өй һылағандан ҡалған балсыҡты өмәлә ҡатнашыусылар матур итеп йомғаҡлап, бер тәрилкәгә һалып, алсаҡ, йомарт, киң күңелле кешегә алып бара. Хужабикә тәрилкәләге балсыҡты ала ла, һауытын йыуып, бер йомғаҡ май, ҡорот һалып, бер бөтөн икмәген тоттороп сығара. Ошолай итеп бер нисә өйҙән алған бүләктәр менән "аулаҡ өй", ойошторалар. Унда уйын, һәр төрлө көлкө, йырҙар, бейеүҙәр, гөрләп тора. Йәш егеттәр бындай кисәләрҙә ҡыҙ күҙләгән[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡаҙ өмәһе

Балсыҡ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. С Н. Руденко. «Башкиры. Историко-этнографические очерки». — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 228-297.
  2. 2,0 2,1 /«Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан» "Балсыҡ һылау өмәһе"
  3. 3,0 3,1 3,2 Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 279-сы б..
  4. 4,0 4,1 Һәҙиә Дәүләтшина. «Ырғыҙ». — Өфө: «Башҡортостан китап нәшриәте», 1977 й. — С. 92-93-сө б.б.
  5. Тарих тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге» II том. — Мәскәү: «Русский язык», 1993 й. — С. 75-се б..

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 279-сы б..
  • Һәҙиә Дәүләтшина. «Ырғыҙ». — Өфө: «Башҡортостан китап нәшриәте», 1977 й. — С. 92-93-сө б.б.
  • С Н. Руденко. «Башкиры. Историко-этнографические очерки». — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 228-297.
  • Тарих тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге» Ii том. — Мәскәү: «Русский язык», 1993 й. — С. 75-се б..