Балсыҡ-гипс

ҡурыштырыу материалы, тәбиғи гипс (30-60 % двуводный сернокислый кальций CaSO 4•2H2O) һәм балсыҡтың (гаж, кварц һәм кальцит ҡ

Балсыҡ-гипс (ганч, гаж, арзык, төрк. ganch) — ҡурыштырыу материалы, тәбиғи гипс (30-60 % двуводный сернокислый кальций CaSO 4•2H2O) һәм балсыҡтың (гаж, кварц һәм кальцит ҡушылмалар, ер ҡушылған гипс) ваҡланған 40-70 % өлөшсәләре йәки лесса (ганч, арзык). Төҙөлөш балсыҡ-гипсы — гипс мергелен 160—250° температураһында яндырып алыу һәм артабанғы ваҡлау һөҙөмтәһендә алынған порошок ҡатнашма. Төҙөлөш балсыҡ-гипс (гипс һәм балсыҡтан тыш) составына күпмелер кремнийҙың кислород менән ҡушылмаһы һәм углекислый кальцийҙың ҡайһы бере инә. Хатта бер ятҡылыҡтан алынған балсыҡ-гипстың минераль һәм химик составы ла ныҡ үҙгәреүе мөмкин. Материал һыулы мөхиттә лә ҙур механик сыҙамлылыҡ һәм тотороҡлоҡ менән ҡылыҡһырлана.

Сәмәрҡәндтәге кәшәнәнең декоратив семәрле панелдәре. XIV быуат.

Ҡулланыу

үҙгәртергә
 
Селтәрле ганч диуар. Таусылар мәҙәниәт һарайы (Караганда)

Балсыҡ-гипс («ганч») ганчҡа һырлап биҙәк һалыу таралған Урта Азияла һәм материал гажа һәм арзык булараҡ билдәле булған Кавказда киң ҡулланыла. Ганч — составында гипс (40-70 %-ҡа тиклем) һәм балсыҡ булған таш кеүек тоҡомдарҙы яндырып алынған ҡатырғыс материал. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан алып штукатурка, күләмле-пластик декор (һырлау, рәшәткәләр һ. б. деталдәр ҡойолмаһы) һәм скульптура өсөн материал булараҡ билдәле.

Ятҡылыҡтары

үҙгәртергә

Балсыҡ-гипс алыу өсөн Урта Азияла һәм Кавказда, шулай уҡ РСФСР-ҙың Әстерхан, Волгоград, Ростов өлкәһендә күп һанлы сеймал ятҡылыҡтары булғаны билдәле.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә