Бали диңгеҙе
Бали диңгеҙе (ингл. Bali Sea, индон. Laut Bali — Тымыҡ океанда Ява утрауының көнсығышы һәм Бали, Ломбок, Сумбава, Сулавеси, Мадура утрауҙары араһында урынлашҡан диңгеҙ. Майҙаны 40 мең кВ.км., уртаса тәрәнлеге 411 м. Һыу температураһы 27-28°C. Тоҙлолоғо 33,0-34,0‰. Төбө вулкан туфынын барыҡҡа килгән ултырма менән йәйелгән. Диңгеҙҙен көньяғындағы утрауҙарҙа бер нисә эре вулкан бар: Батур (һуңгы атылыу 1926 й.), Агунг (һуңғы атылыу 1964 й.), Тамбора һ.б..
Бали диңгеҙе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Майҙаны | 40 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 1590 м |
Уртаса тәрәнлек | 411 м |
Бали диңгеҙе Викимилектә |
Төп порты — Сурабая (Ява утрауы).
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |