Байбородов Фёдор Михайлович

Байбородов Фёдор Михайлович (17 ноябрь 1929 йыл19 июнь 1985 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1982 йыддарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының синтетик каучук заводы аппаратсыһы, өлкән аппаратсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы(1974).

Фёдор Михайлович Байбородов
Файл:Bayborodov Fd Mih gst74.jpg
Тыуған көнө

17 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Киров өлкәһе Суна ауылы

Вафат булған көнө

19 июнь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (55 йәш)

Вафат булған урыны

Стәрлетамаҡ

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1974
Ленин ордены — 1971 Ленин ордены — 1974

Биографияһы

үҙгәртергә

Фёдор Михайлович Байбородов 1929 йылдың 17 ноябрендә хәҙерге Киров өлкәһенең Суна районы Суна ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. рус.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында итексе булып башлай. 19471950 йылдарҙа быраулаусы ярҙамсыһы, 19501954 йылдарҙа — Октябрьский ҡалаһында «Башнефтеразведка» тресы быраулаусыһы булып эшләй. 1954 йылдың октябрендә «Башзападнефтеразведка» тресы быраулау мастеры итеп тәғәйенләнә.

1960 йылда Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводына эшкә күсә, тәүҙә машинист, артабан Д-5-6 цехы аппаратсыһы булып эшләй. 1965 йылда инде етенсе эшсе разрядҡа эйә була, Д.-6 бүлегенең өлкән аппаратсыһы итеп тәғәйенләнә. Производствоны тәрән өйрәнеп, коллективҡа социалистик ярышта һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеге биргән бер нисә мөһим тәҡдим индерә. Ф. М. Байбородов индергән тәҡдимдәрҙең иҡтисади эффекты 19711973 йылдарҙа 30,4 мең һум тәшкил итә. 1973 йылдың 11 айлыҡ эш планын алдынғы эшсе 105,6 процентҡа үтәй. Цехта эшләгән йылдарында коллективтың 11 йәш ағзаһын үҙ һөнәренә өйрәтә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән, 1973 йыл планын һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәһен үтәүҙә һәм арттырып үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн, Байбородов Федор Михайловичкә Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

2010 йылдың 6 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында, маршал Г. К. Жуков исемендәге скверҙа, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған мемориаль комплекс асыу тантанаһы ойошторола. Унда Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының, һәм шул иҫәптән Ф. М. Байбородовтың бюсы ҡуйыла[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
  • ике Ленин ордены (1971, 1974),
  • миҙалдар.
  • Хеҙмәт геройы. Башҡортостан дәрәжә хеҙмәт даны ордены тулы кавалерҙары тураһындағы белешмә һәм өс социалистик хеҙмәт геройы. / Сост. Р. а. Валишин [и др.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә