А. Я. Барышников йорто

Барышников йортоСанкт-Петербургта тарихи бина. Модерндың тәүге өлгөләренең береһе һәм Александр Барышниковтың архитектор булараҡ танылған беренсе эше[1]. XX быуат башында ҡалала мәҙәни тормош үҙәктәрҙең береһе була, унда «Гөлйемеш» нәшриәте, Император Рус театры йәмғиәте һәм ағалы-ҡустылы Чекрыгиндарҙың балет студияһы урынлаша[2].

А. Я. Барышников йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Улица Марата[d]
Архитектор Барышников, Александр Александрович[d] һәм Шауб, Василий Васильевич[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d]
Карта
 А. Я. Барышников йорто Викимилектә

2001 йылдан асыҡланған мәҙәни мираҫы объекты статусына эйә була[3].

Йортың тарихы

үҙгәртергә
 
Фасад декоры элементы, 2020
 
Инеү урыны, 2020

Участка һәм хужалары

үҙгәртергә

Хәҙерге Марат урамы 1917 йылда революцияға тиклем Никольская исемен йөрөтә. XIX быуат башында хәҙерге 31-се йортто графиня Анна Орлова-Чесменскаяның өс ҡатлы таш йорто биләй. Бер нисә йылдан һуң йорт Клейнмихель Марияға ҡарай[4].

Участканың киләһе хужаһы Волга буйы хәлле крепостной крәҫтиәндең улы Барышников Александр Яковлевич биләй. Атаһының тырышлығы менән Александр Яковлевич дворян балалары сословиеһына лайыҡлы белем ала: Опочка училищеһын, һуңынан гимназияны тамамлай, өс сит телде өйрәнә һәм XIX быуат уртаһында баш ҡалаға килә. Коммерцияла ҙур талантҡа эйә булып, үҙ эшен аса һәм байтаҡ аҡса туплай[5][6]. 1873 йылға Барышников 2-се гильдия сауҙагәре булып иҫәпләнә, Сауҙа йортонда өс магазин һәм ике келәт тота[7][8].

1897 йылда өлкән Барышников Николаев урамында (хәҙерге Марат урамы) килем йорто төҙөү өсөн ер участкаһы һатып ала. Башта архитектор сифатында Василий Шауб саҡырыла. Ул эклектик, әммә йыйнаҡ фасад менән йорт проектын әҙерләй, һәм төҙөлөш менән 1897 авгусынан 1898 йылдың сентябренә тиклем етәкселек итә. Шаубтың юғары мәшғүллеге арҡаһында төҙөлөш һуҙыла, шуға күрә Александр Яковлевич төҙөлөштө Юлдар бәйләнеше инженерҙар институтын яңы ғына тамамлаған үҙенең өлкән улы Александрға йөкмәтә. Кесе Барышников фасадтарҙы төҙөкләндереүгә һиҙелерлек үҙгәрештәр индерә һәм уларҙы шул саҡта модаға ингән модерн стилендә үҙгәртеп ҡора. Билдәле булыуынса, архитекторҙы Йозеф Ольбрихтың Вена сецессионы бинаһы рухландырған[9]. Александр Александрович Николаев урамындағы йорттоң декоратив элементтарын — орнаменттар, витраждар һәм барельефтар, шулай ук интерьерҙағы ҡайһы бер биҙәктәр өсөн эскиздарҙы шәхсән үҙе яһай[2][10]. Һылап эшләнгән биҙәктәрҙе Коноплев ательеһы башҡара, ә сүкеп эшләнгән тимер декорҙарҙы — В.В. Палехов оҫтаханаһы. 1899 йылда матбуғатта бина биҙәлешен «декадент» характерҙа булған өсөн тәнҡитләйҙәр, әммә стиль сиселешенең яңылығын һәм гөмүми сәнғәт тәьҫораттарын билдәләп үтәләр[11][12].

Бина эсендә 15 алты бүлмәле фатир һәм биш өс бүлмәле фатир була, беренсе ҡатты дүрт кибеткә бирәләр[13]. Интерьерҙар модерн стилендә биҙәлә. Стеналар биҙәкләп һыланған, түр баҫҡыс һәм тәҙрәләр стилләштерелгән сәскәләр менән биҙәлгән. Бөтә бүлмәләр яңы техника буйынса йыһазландырылған, һыу үткәргес, канализация, электрға эйә була. 1906 йылда Германияның «Carl Flohr» заводы лифты ҡуйыла[14].

Революцияға тиклем

үҙгәртергә

Александр Яковлевич һәм Пелагея Александровна Барышниковтарҙың ун балаһы була, төҙөлөш тамамланғандан һуң ғаилә бөтә беренсе ҡатты тиерлек биләй, төрлө мәғлүмәттәр буйынса 15 бүлмәнән алып 24 бүлмәгә тиклем[15][11].

Александр Александрович архитектурала карьера яһай, шунан сәйәсәт менән мауыға һәм Дәүләт думаһының 4-се саҡырылыш ағзаһы була[16][17]. Ул төҙөлөш менән генә түгел, шулай уҡ портретсы, виолончелист һәм тәржемәсе булараҡ та дан ала[13].

Бинаның икенсе ҡатындағы 8-се фатирҙы Мария Савина етәкселегендәге Император рус театры йәмғиәте ҡуртымға ала[18][6]. 1913 йылда беренсе ҡатты «Гөлйемеш» нәшриәте биләй. 1910 йылдар уртаһында йортта балет Александр һәм Иван Чекрыгиндарҙың балет студияһы асыла, ул 1924 йылға тиклем эшләй[19][20]. Александр Барышников бөтә ойошмалар-ҡуртымсылар вәкилдәре менән аралаша, күптәре менән дуҫ була. XX быуат башында Николаев урамындағы йортҡа күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре: Леонид Андреев, Мстислав Добужинский, Александр Бенуа, Михаил Пришвин,Михаил Врубель һәм башҡалар килә[21][4][22].

Революциянан һуң

үҙгәртергә

Революциянан һуң бина национализациялана, шулай ҙа Барышниковтарға элекке фатирҙарында мөмкинлек бирәләр. Александр Барышников-кесе 1922 йылдың 17 авгусында вафат була, уның һеңлеләре Нина һәм Вера улы Андрей менән нәҫелдән килгән йортта Бөйөк Ватан һуғышына тиклем йәшәй, 1942 йылда улар блокадала һәләк була[13]. Фатирҙар коммуналь итеп үҙгәртеп ҡорола, эске бүлмәләре яңынан төҙөлә, интерьерҙарының декоры өлөшләтә юҡҡа сыға[23]

 
Арканан ихата, 2020

2014 йылда Барышниковтарҙың элекке фатирҙары булған өлөштә стнеаларының һәм түшәмдәренең үҙенсәлекле альфрей биҙәктәре асыҡлана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, барлыҡ биналарҙа ла улар модерндың төрлө стилдәрендә башҡарылған була[24]. Фатир хужабикәһе биҙәктәрҙең һаҡлау статусын алыу өсөн КГИОП-ҡа ғариза ебәрә һәм биҙәктәр музейын булдырыуҙы планлаштыра[25][26][27].

Матбуғаттағы мәғлүмәттәргә ярашлы, 2018 йылдан йортто күсерә башлайҙар, сөнки башҡа бүлмәләр милексеһе унда ҡунаҡхана асыу планлаштыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Просмотр Верещагина, Е. «Истории домов Петербурга, рассказанные их жителями»: что скрывает дом Барышникова. Afisha Daily (30 декабрь 2019). Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
  2. 2,0 2,1 Исаченко, 2010
  3. Дом А. Я. Барышникова. Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры.Дата обращения: 3 января 2020.
  4. 4,0 4,1 Шерих, 2012
  5. Хлебов, И. Дом бизнесмена из многодетной семьи: история здания на улице Марата, 31. Деловой Петербург (15 сентябрь 2019). Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
  6. 6,0 6,1 Агеев, 2019
  7. Барышников, 2000
  8. Крашенинникова, Векслер, 2013
  9. Данилова, 2012
  10. Квартиры Санкт-Петербурга, интерьеры которых впечатляют. РБК Недвижимость(21 марта 2019).Дата обращения: 3 января 2020.
  11. 11,0 11,1 Кириков, 2006
  12. Славина, 1992, с. 85
  13. 13,0 13,1 13,2 Куценогий, 2003
  14. Верещагина, Е.«Истории домов Петербурга, рассказанные их жителями»: что скрывает дом Барышникова. Afisha Daily (30 декабря 2019).Дата обращения: 3 января 2020.
  15. Верещагина, Е. «Истории домов Петербурга, рассказанные их жителями»: что скрывает дом Барышникова. Afisha Daily (30 декабря 2019). Дата обращения: 3 января 2020.
  16. Российская политическая энциклопедия, 2008
  17. Таврические чтения, 2018
  18. Верещагина, Е. «Истории домов Петербурга, рассказанные их жителями»: что скрывает дом Барышникова. Afisha Daily (30 декабря 2019). Дата обращения: 3 января 2020.
  19. Верещагина, Е. «Истории домов Петербурга, рассказанные их жителями»: что скрывает дом Барышникова. Afisha Daily (30 декабря 2019). Дата обращения: 3 января 2020.
  20. Куценогий М. В., 2003
  21. Петрополис, 1922
  22. Щруба, 2004
  23. Галкина Ю.Квартира с антикварной мебелью и альфрейными росписями начала ХХ века. The Village(2018-0-20).Дата обращения: 3 января 2020.
  24. Галкина Ю. Квартира с антикварной мебелью и альфрейными росписями начала ХХ века. The Village (2018-0-20). Дата обращения: 3 января 2020.
  25. Клушина, 2018
  26. Антонов Е. Как петербурженка обнаружила в квартире росписи начала ХХ века, 2,5 года реставрировала их за свой счет и теперь хочет открыть музей. Бумага (17 января 2018). Дата обращения: 3 января 2020.
  27. Генералова А. В квартире с альфрейными росписями 1900-х годов открывается выставка современного искусства. “Собака” (13 июня 2019). Дата обращения: 3 января 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә