А. С. Пушкин һәйкәле (Дондағы Ростов)

Дондағы Ростовта Александр Сергеевич Пушкин һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһы үҙәгендә, Пушкинский һәм Ворошилов проспекты урамдары киҫелешендәге һәйкәл. Авторы -  Г. А. Шульц (архитекторы -  М. А. Минкус). Һәйкәл 1959 йылда ҡуйыла. Һуңыраҡ монумент урынлаштырылған майҙанға фонарҙар эленеп,  XIX быуат эше кеүек стилләштерелә. А. С. Пушкин һәйкәле төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ  һәм  Дондағы Ростовта әҙәби тематикаға бағышланған беренсе объект[1].

Иҫтәлекле урын
А. С. Пушкин һәйкәле (Дондағы Ростов)
Проект авторы Г. А. Шульц
Архитектор М. А. Минкус
Нигеҙләнгән 1959 йыл

Шағирҙың классик манерала башҡарылған скульптураһы бронзанан эшләнгән һәм ҡыҙыл гранит пьедесталға ҡуйылған.

1992 йылда Пушкин һәйкәле дәүләт һаҡланыуы исемлегенә индерелә[2].

1999 йылда реставрациялана.

Һәр йылды шағирҙың тыуған көнөндә, 6 июндә, Дондағы Ростов халҡы һәм ҡунаҡтар  һәйкәлгә сәскәләр һала. Шулай уҡ  уның ижадына ғашиҡтар йыйыла, әҙәби һәм шиғри кисәләр ойошторола. Байрам сараларында яҙыусылар, дәүләт учреждениелары, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша.

Билдәле шағир һәм яҙыусыға һәйкәл юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй: Пушкин Дондағы Ростовта 1820 йылда була. Был ваҡытта ул  Кавказға 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы һәм дуҫы Николай Николаевич Раевский менән килә. Сәфәр һөҙөмтәһендә шағирҙа  Петр I менән Екатерина II хакимлығы, шулай уҡ  Степан Разин һәм Емельян Пугачев етәкселегендәге ихтилалдар темаһына ҡыҙыҡһыныу уяна һәм ул шул турала әҫәрҙәр яҙа. Ростовтың йөҙө, уның халҡы быға тиклем тик баш ҡала даирәһендә генә йөрөгән йәш Пушкинды тәьҫирләндерә,  был уның ижадында ла билдәле бер эҙ ҡалдыра[3][4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Памятник А. С. Пушкину, Ростов-на-Дону  (рус.), Изготовление памятников. 21 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  2. Памятники истории и культуры (объекты культурного наследия) народов Российской Федерации. old.kulturnoe-nasledie.ru. Дата обращения: 21 ғинуар 2017. 2017 йыл 1 февраль архивланған.
  3. Памятник Пушкину, Ростовская область, Ростов-на-Дону г. www.rostovgid.ru. Дата обращения: 21 ғинуар 2017.
  4. Админ. Памятник А.С. Пушкину в Ростове-на-Дону (билдәһеҙ). www.voopiik-don.ru. Дата обращения: 21 ғинуар 2017.