Аҡ мәсет (Хиуа)
Аҡ мәсет (үзб. Oq masjid; рус. Мечеть Ак) — Хиуалағы (Үзбәкстан) мәсет. Эске ҡала (Ичан-Ҡала; ичан — эске тип тәржемә ителә)) ансамбленең бер өлөшө булып тора, Бөтә Донъя мираҫы объекты булған диуар менән уратып алынған. Көнсығыш ҡапҡа янында урынлашҡан (Палван-дарваза).
Аҡ мәсет | |
Нигеҙләү датаһы | 1657 |
---|---|
Дәүләт | Үзбәкстан |
Административ-территориаль берәмек | Хиуа |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм oбъект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d] |
Указания, как добраться | “Ichan-qal’a” MFY, Polvon Qoriy koʻchasi, 25-uy |
Аҡ мәсет Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1647 йылда Ануш хан мунсаһы менән бергә нигеҙ һалынған. Мәсет ишегендәге яҙыуҙарға ҡарағанда, хәҙерге бина 1838—1842 йылдарға ҡарай.
Яҙмалар шулай уҡ Хиуаның ағас һырлау оҫталары Адин Ҡаландар улы Нурмөхәмәт; Сәйет Мөхәммәт улы Ҡаландар исемдәрен дә телгә ала.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәМәсет көмбәҙ залынан һәм уға йәнәш торған өс галереянан тора. Көньяҡ стенала Мәккәгә (ҡиблаға) йүнәлткән михраб-нич бар.
Мәсет өс яҡтан айван (портик) менән уратып алынған квадрат көмбәҙ рәүешендәге бинанан (6,35-кә 6,35 м) тора[1]. Мәсеттең дөйөм дәүмәле 25,5-кә 13,5 метр тәшкил итә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дишан-Ҡала
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Madrasahs, mosques, minarets and mausoleums in Itchan Kala (Khiva’s old town) . factsanddetails.com. Дата обращения: 19 февраль 2022. Архивировано 19 февраль 2022 года.
- ↑ "Оқ масжид", Оқ масжид, <https://n.ziyouz.com/books/uzbekiston_milliy_ensiklopediyasi/O'zbekiston%20Milliy%20Ensiklopediyasi%20-%20O%20harfi.pdf> 2022 йыл 16 август архивланған.