Аҡ көләпәрә

бәшмәктәр заты

Аҡ көләпәрә (лат. Agaricus, рус. шампиньон) — пластинкалы бәшмәктәр тәртибенең аҡ көләпәрә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәктәр заты.

Аҡ көләпәрә

[[]]

Баҡса аҡ көләпәрәһе

Урман аҡ көләпәрәһе

Ябай аҡ көләпәрә
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Agaricus L., 1753, nom. cons.

Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  5340
EOL  16518
MB  17030

Ҡыҫҡаса белешмә

үҙгәртергә

Яҡынса 70 төрө (Башҡортостанда 5‑тән ашыу төрө) билдәле, киң таралған. Эшләпәһенең диаметры 1—25 см, аҡһыл, һирәгерәк һорғолт йәки асыҡ көрән, ярым шар формаһында, итләс, тығыҙ, шыма өҫлө йәки сүсле, тәңкәле. Япмаһы айырым, бәшмәк өлгөргән ваҡытта һабында аныҡ беленеүсе балдаҡ рәүешендә. Гименофоры йәш емешлек тәндәрендә аҡ, спораларҙың өлгөрөү дәрәжәһенә ҡарап — алһыу, аҡрынлап көрәнәйә барған, һуңынан көрән-шәмәхә төҫтәге айырым пластинкалы (аҡ көләпәрәне ағыулы бәшмәктәрҙән айырыусы билдә). Һабы үҙәктә, тигеҙ, тығыҙ, һирәгерәк бушаҡ йәки ҡыуыш. Итсәһе башлыса аҡ, һынған ерендә һарғайыусан йәки ҡыҙарыусан, йыш ҡына бәшмәк йәки әнис еҫле. Спораһы йомро, эллипс формаһында йәки бөртөк һымаҡ, төҫө аҡтан ҡараға тиклем. Сапротрофтар (микоризаға инмәй).

Таралышы

үҙгәртергә

Үҫеү урындарына ярашлы башлыса урмандарҙа (һары тиресәле аҡ көләпәрә); үҫемлектәр менән ҡапланмаған асыҡ урында (ике споралы аҡ көләпәрә), болонда (гумус гербофилдары; ябай аҡ көләпәрә һ.б.); урман, болон, көтөүлектәрҙең һ.б. асыҡ урындарында (ҡыр аҡ көләпәрәһе); татырлы тупраҡта (Бернард аҡ көләпәрәһе) һ.б. үҫеүсе аҡ көләпәрә айырып йөрөтөлә. Республиканың бөтә биләмәһендә лә үҫә, май—октябрҙә осрай. Аҡ көләпәрәнең емешлек тәне составында антибиотиктар, үҙләштерелеүсе аҡһым бар. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр (һары тиресәле аҡ көләпәрә һәм сыбар аҡ көләпәрә башҡа), ике споралы аҡ көләпәрә күп үҫтерелә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә