Аҡ ала тумыртҡа, аҡ сыбар тумыртҡа(рус. Белоспи́нный дя́тел, лат. Dendrocopos leucotos) — тумыртҡалар ғаиләһенән булған оҙон үткер суҡышы менән ағасты соҡоп тапҡан ем менән туҡлана торған урман ҡошо.
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, һырты ҡара таплы аҡ. Ҡанаттары, ҡойроғо аҡ һыҙыҡлы ҡара төҫтә. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Башҡа тумыртҡаларҙан аҡ төҫтәге һырты менән айырыла. Көслө һәм әсе тауышлы: «кик-кик-кик» йәки яңғырауыҡлы: «ҡыжжжҡ-ҡыжжжҡ».
Ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында
оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ағас ҡыуышында оя ҡоралар. Үҙағасты суҡышы менән соҡоп, шунда булған ҡарышлауҡтар менән туҡлана. Инә һәм ата тумыртҡа тотороҡло пар төҙөйҙәр. Йомортҡаны икеһе лә алмашлап баҫалар.
- А. И. Иванов, Е. В. Козлова, Л. А. Портенко, А. Я. Тугаринов. 2. // Птицы СССР — М.: Издательство Академии наук СССР, 1953. — 344 с. (рус.)