Ипох «аҡ» ҡәһүәһе — Ипохта (Малайзия) үҫкән ҡәһүәне ҡурыу һәм эсемлеген әҙерләү ысулы.

Был "аҡ ҡәһүә"не әҙерләү өсөн тәүҙә ҡәһүә бөртөктәрен пальма майынан яһалған маргаринда ҡурып алалар, әҙер эсемлекте ҡуйыртылған һөт менән бирәләр[1].

Аҡ Ипох ҡәһүәһе тиҙ иреүсән ҡәһүә булараҡ киң таралған һәм ғәҙәттә төшкө аштан һуң бирелә[2].

Ҡытай телендә «Аҡ Ипох ҡәһүәһе» атамаһы — «怡保白咖啡», бында «白» — «аҡ» һүҙе эсемлектең төҫөнә ҡағылмай, ҡурыу нескәлектәре менән бәйле. «Аҡ»тан айырмалы, «ҡара» ҡәһүә тигәндә Малайзияла маргарин, шәкәр, бойҙай ҡушып ҡурылған ҡәһүәне аңлайҙар[3].

Ҡыҙыҡ факттар

үҙгәртергә

Аҡ Ипох ҡәһүәһе Шанхайҙа (Ҡытай) World Expo 2010 күргәҙмәһе павильонында тәҡдим ителгән төп эсемлектәрҙең береһе була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Richmond Simon. Malaysia, Singapore & Brunei. — Lonely Planet. — P. 148. — ISBN 9781740597081.
  2. Khaw, Eu Hooi.
  3. Liew, Siew Ling; Nik Ismail Nik Daud and Osman Hassan ((2001) 327—332).