Аҡсай күпере
Аҡсай күпере — Дондағы Ростовта Дон йылғаһы аша автомобиль күпере. Дөйөм оҙонлоғо 580 м. 1964 йылда «Дон» магистралендә тәүлегенә 7 меңгә тиклем автомобилдәр үтеп йөрөмәле ике һыҙатлы күпер төҙөлә. 1995 йылда иҫке күпергә өҫтәп яңы өс һыҙатлы яңы үтеү юлы төҙөлә. Әлеге ваҡытта күпер аша 8 тонна ауырлыҡтағы 30 меңгә яҡын машиналар йөрөй ала. Күпер Донды уның тамағынан 60 км алыҫлыҡта киҫеп үтә.
Аҡсай күпере | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Дон |
Оҙонлоҡ | 580 метр |
Исеме
үҙгәртергәКүпер исемен Аҡсай ҡалаһы исеменән ала. Аҡсай ҡалаһы үҙе Дондың уң ҡушылдығы булған Аҡсай йылғаһы исеменән аталған. Йылғаның исеме тере һәм үле һыу легендалары менән бәйле (төрки. Сай — «ҡоро үҙән, йырын, йырындағы шишмә, йылға»), Аҡ сай — рус. «белый сай») «тере сай».[1]
Капиталь ремонт һәм реконструкциялау
үҙгәртергә2014 йылдың 2 сентябрендә Аҡсай ике һыҙатлы өлөшөнөң реконструкцияһы тамамланырға тейеш була. Контракттың хаҡы 2,94 миллиард һум тәшкил итә. Проект документацияһына ярашлы, яңы күперҙең төҙөлөш оҙонлоғо 1 227,7 м, күпер оҙонлоғо — 567,11 м тәшкил итә, һыҙаттар һаны — бер йүнәлештә өс һыҙат[2]. Яңы үтеп йөрөү юлы 2014 йылдың 1 ноябрендә асыла[3]. Күперҙең һул яртыһының капиталь ремонты 2015 йылдың 25 февралендә башлана (факт буйынса)[4], файҙаланыуға 2015 йылдың 1 авгусында тапшырыла. Әммә ТЦ МЕГА яғынан трасса участкаһы күпергә тиклем (төньяҡ яҡтан) насар хәлдә ҡала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мосты Ростова-на-Дону
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История и культура Ростовской области — происхождение названий
- ↑ ОАО «МОСТОТРЕСТ» построит новый мост на трассе М-4 «дон» в Ростовской области 2014 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Движение по верхнему Аксайскому мосту на М4 «Дон» официально открыто
- ↑ Аксайский мост закроют до ноября | DonDay - Ростов-на-Дону 2015 йыл 3 апрель архивланған.