Аҡкөсөк Тимербаев
Аҡкөсөк Тимербаев — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Аҡкөсөк Тимербаев | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
урядник |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Биографияһы
үҙгәртергә1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 9-сы Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 9-сы Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 10 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара, 1813 йылдың майында Варшава герцоглығына килеп етә һәм бында Польша армияһы составына индерелә[1]. 1813 йылдың 19 сентябрендә 9-сы Башҡорт полкы Крейц отрядына керә һәм төрлө алыштарҙа, шул иҫәптән 1813 йылдың 28 сентябрендә — Фрайберг, 6 һәм 7 октябрҙә — Лейпциг, 14 октябрҙә — Мадин янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Лейпциг янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Аҡкөсөк Тимербаев 3-сө дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә[2].
21 октябрҙә 9-сы полк Төньяҡ армияның кавалериянан генерал барон Винценгероде корпусына ҡушыла, ә 1813 йылдың 27 декабренән 1814 йылдың 15 ғинуарына тиклем генерал-лейтенант Строгановтың отряды составында Гамбург ҡәлғәһен блокадалауҙа, Эрфурт эргәһендәге алышта ҡатнаша.
1814 йылда полк Франция территорияһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 13 февралдә — Селдизил, 21 февралдә — Элле, 24, 25 һәм 26 февралдә — Лаон янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 9-сы Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота[3].
Бүләктәре
үҙгәртергә- 3-се дәрәжәләге Изге Анна ордены (30.11.1813)
- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рахимов Р. Н., 2012, с. 399
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 118-119, 127
- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.