Аят әл-Күрси

«Әл-Бәҡара» сүрәһенең 255-се аяты
(Аят-әл Курси битенән йүнәлтелде)

Ая́т әл-Көрси́ (ғәрәп. آية الكرسي‎‎ — Тәхет аяты) — «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһенең 255-се аяты. Аят эсендә Көрси (Тәхет) һүҙе осрағанлыҡтан, уға шундай атама бирелгән. Был һүҙ Аллаһы тәғәләнең һәр нәмәнән өҫтөнлөгөн һәм ҡөҙрәтен һынландыра[1]. Аят әл-Көрси — Ҡөрьән Кәримдең иң билдәле аяты. Башҡортса халыҡ телендә Аят әл-Көрси тип әйтеү һәм яҙыу осрай.

Аят әл-Күрси
ғәр. اللّهُ لاَ إِلَـهَ إِلاَّ هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ لاَ تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلاَ نَوْمٌ لَّهُ مَا فِي السَّمَوَاتِ وَمَا فِي الأَرْضِ مَن ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِنْدَهُ إِلاَّ بِإِذْنِهِ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهم وَلاَ يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِّنْ عِلْمِهِ إِلاَّ بِمَا شَاء وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَوَاتِ وَالأَرْضَ وَلاَ يَؤُودُهُ حِفْظُهُمَا وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ
ғәр. آيَة الْكُرْسِي
Рәсем
Төп тема Al-Kursi[d]
Алдағы Al-Baqara 254[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Al-Baqara 256[d]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL quran.com/2:255
 Аят әл-Күрси Викимилектә
Аят әл-Көрси аяты
Аят әл-Көрси аяты
Аят әл-Көрси аудиояҙмаһы. Абду-р-Рахман ас-Судейс.

Башҡортса транскрипцияһы

үҙгәртергә
  Әғүҙү билләһи минә-шшәйтаани-рраджиим

Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим

Аллааһү ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүм Ләә тәʼхуҙүһү синәтү үә ләә нәүм

Ләһү мәә фи-ссәмәүәәти үә мәә фил-ард Мәң ҙәлләҙи йәшфәғү (ғ)индәһү илләә би'иҙниһ Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм Үә ләә йүхиитүүнә би шәйʼим-мин (ғ)илмиһи иллә бимәә шәә

Үәсиғә күрсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-ард Үә ләә йә'үүдүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-(ғ)әлиййүл(ғ)аҙыиим

 

Мәғәнәһе

үҙгәртергә
  Ләғнәтле шайтан ҡотҡоһонан Аллаһҡа һыйынам.

Рәхимле һәм Рахманлы Аллаһ исеме менән!

Аллаһ – Ул тере һәм мәңге, Унан башҡа илаһ юҡ. Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Күктәрҙә һәм ерҙә булған бар нәмәләр – Уныҡы. Уның рөхсәте булмай тороп, кем Уның алдында үҙен йә бүтән берәүҙе яҡлаша алһын? Был кешеләргә тиклем ни булғанын да һәм уларҙан һуң ни буласағын да Ул белә, Ә кешеләр Уның белеменән тик Ул рөхсәт иткәнде генә аңлай алыр. Уның тәхете күктәрҙе һәм ерҙе биләй, Бөтә был нәмәне һаҡлау Уға ауыр түгел, һәм Ул – Бөйөк, Олуғ

 
  • Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1—4 томдар — Ҡазан, 2004

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә