Аяна алтын, кейенә көмөш
Аяна алтын, кейенә көмөш | |
---|---|
күп | |
урам | |
юғары |
Аяна алтын, кейенә көмөш – балалар уйыны.
Уйнарға теләүселәр түңәрәккә баҫа. Һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлана. Уны уртаға сығарып, күҙен бәйләйҙәр. Түңәрәк ҡап уртаға бүленеп, ике рәт барлыҡҡа килтерә һәм ҡара-ҡаршы әйтешәләр:
– Күктә-күктә ниҙәр бар?
– Буҙ сәкмәнле йылан бар.
– Күкрәгендә ниҙәр бар?
– Тәңкә менән йофар бар.
– Тәңкәләрен бир миңә?
– Ниңә бирәйем һиңә.
– Йофарҙарын бир миңә?
– Ник бирәйем мин һиңә.
Ике рәт бер юлы: “Аяна алтын, кейенә көмөш”,- ти ҙә төрлө яҡҡа таралышып ҡаса. Шул ваҡытта күҙе бәйләнгән көтөүсе берәйһен тотоп ҡалырға тырыша. Тота алһа, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, тота алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала. Уйын яңынан башлана.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
- Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.
- Т.Х.Аслаев. Ы.Ә. Исламғолова. Уйнат, уйлат баланы. Өфө 1987 й.
- Балалар фолклоры. Ике китаптан тора. 1994йыл Өфө.
Беренсе китап. – ISBN 5-295-01280-8. Икенсе китап. – ISBN 5-295-01534-3