Әйүпов Мансур Әнүәр улы

(Аюпов Мансур Анварович битенән йүнәлтелде)

Әйүпов Мансур Әнүәр улы (8 июль 1947 йыл) — ғалим-политолог, партия, дәүләт, матбуғат һәм юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, вице-президенты һәм президиумы ағзаһы, философия фәндәре кандидаты, сәйәси фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының элекке ректоры (1998—2003, 2007—2011).

Әйүпов Мансур Әнүәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Исмәғил, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эшмәкәрлек төрө политология
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d] һәм сәйәсәт фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Мансур Әнүәр улы Әйүпов 1947 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Исмәғил ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын (филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) һәм КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлаған.

19791986 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары, матбуғат, радио һәм телевидение секторы мөдире була[1].

19861990 йылдарҙа — «Совет Башҡортостаны» республика гәзите мөхәррире.

19901994 йылдарҙа Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләй.

19941998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары.

19982003 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры.

20032007 йылдарҙа IV саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, РФ Дәүләт Думаһының милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары була.

20072011 йылдарҙа ҡабаттан Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры.

2011 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Әйүпов Мансур Әнүәр улы 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм сәйәси үҙгәреү процестары һәм Рәсәй федерализмы яңырыу шарттарында төбәк сәйәси власы һәм сәйәси институттар формалашыуы һәм эшләүе мәсьәләләре буйынса уҡыу-методик әсбаптар авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә