Аэробтар
Аэробтар — (аэро… һәм гр. bíos — тормош), мөхиттә молекуляр кислород булғанда йәшәүсе һәм үҫеүсе организмдар.
Аэробтарға бөтә үҫемлектәр һәм хайуандар, күпселек бәшмәктәр һәм күп бактериялар ҡарай. Облигат (мотлаҡ) һәм факультатив (мотлаҡ булмаған) аэробтарға айырыла. Облигат аэробтар күҙәнәк (туҡыма) һулышы процесында туҡлыҡлы матдәләрҙең окисланыуы иҫәбенә энергия ала һәм кислород булғанда ғына үҫешә ала. Факультатив аэробтар, әсеү энергияһын ҡулланып, кислородтың аҙ концентрацияларында ла үҫә ала (микроаэрофилдар). Фотосинтезға һәләтле аэробтар (ылымыҡтар, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр, цианобактериялар) кислород бүлеп сығара һәм башҡа аэроб организмдарҙың үҫеүен тәьмин итә. Башҡортостанда аэробтар араһында 80‑дән ашыу реликт, яҡынса 60 эндемик бар, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына 220 төр көпшәле үҫемлек, 24 төр мүк һымаҡтар, 12 төр лишайник, 19 төр ылымыҡ, 5 төр бәшмәк һәм 112 төр хайуан индерелгән.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был инфекцион ауырыуҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |