Ашнаҡсы өйләнә  — хикәйә. Антон Павлович Чехов 1885 йылда яҙған. Хикәйә тәүге тапҡыр 1885 йылдың 16 сентябрендә «Петербург гәзитенең» 254-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Ашнаҡсы өйләнә
Атамаһы Кухарка женится
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q96757606?, The Cook's Wedding[d] һәм The Cook's Wedding[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 16 (28) сентябрь 1885
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Ашнаҡсы өйләнә» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 16 сентябрендә «Петербург гәзитенең» 254-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, 1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығында , ә 1889 йылда —«Детвора» йыйынтығында һәм А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһында ла сыға.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, дат, венгр, немец, поляк, румын, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәне тәнҡит иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Яҙыусы Л. Е. Оболенский хикәйәлә автор «бик һиҙгер, нескә күҙәтеүсәнлеге, кешеләрҙе ғәжәйеп рәүештә бер нисә һыҙыҡ йәки һүҙ менән һүрәтләй белеүе менән таң ҡалдыра»,- тип әйтә[2]. К. Арсеньев: «Автор балалар психологияһын да бик оҫта яҙа», - ти [3].

Л. Н. Толстой «Ашнаҡсы өйләнә» хикәйәһен Чеховтың иң яҡшы хикәйәһе тип таба.

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Гриша, ете йәшлек малай
  • Гришаның әсәһе, йорт хужабикәһе, бай ҡатын
  • Пелагея, ашнаҡсы
  • Данило Семеныч, ылаусы
  • Аксинья Степановна, бала ҡараусы әбей

Ете йәшлек Гриша өйҙәрендәге аш бүлмәһендә ниндәй хәлдәр булғанын ҡарап, күҙәтеп йөрөй. Бүлмәлә ашнаҡсы Пелагея, бала ҡараусы Аксинья Степановна һәм ылаусы Данило Семеныч. Бала ҡараусы ылаусыны һыйлай, уға бер рюмка араҡы ла һалып бирә. Ылаусы,эшенә һылтанып, баш тарта. Бала ҡараусы ашнаҡсы Пелагеяны ылаусыға өйләндерергә теләй.

Гриша ололарҙың һүҙен тыңламаһын өсөн, әсәһе уны балалар бүлмәһенә оҙата. Малай күргәне һәм ишеткәне хаҡында уйлана. Ул ашнаҡсының һәм башҡа кешеләрҙең нишләп өйләнгәндәрен аңлай алмай. Уның уйынса, байҙарға ғына өйләнергә кәрәк, ә бер ҙә ҡыҙыл танаулы ылаусыға түгел.

Шул арала ныҡ тулҡынланған Пелагея бүлмәне йыйыштырыу менән булыша. Бала ҡараусы һаман ҡырҡ йәше лә тулмаған ылаусыны Пелагеяға маҡтауын дауам итә, ә Пелагеяны күҙәтеп ултырыусы Гриша ашнаҡсыға өйләнеү оят һымаҡ тойолғандай итә.

Икенсе көндә лә гел өйләнеү тураһында һүҙ бара, Гришаның әсәһе, «ылаусы минең йортта йәшәмәйәсәк, сөнки мин уның аш бүлмәһендә ултырыуын теләмәйем», ти.

Ял көндәренең береһендә туй башланып китә. Малай аш бүлмәһендә яңы ситса күлдәк кейгән Пелагеяны ылаусы менән бергә торғандарын күрә. Уларҙы никах менән унтер ҡотлай һәм фатихаһын бирә, шунан бар халыҡ ишек алдына сығып китә. Сиркәүҙә никах уҡығандан һуң, кер йыуыу бүлмәһендә кешеләр гармунда уйнай һәм йыр йырлай, ә Гришаның әсәһе туй арҡаһында самауыр ҡуйырға ла кеше булмағанлыҡтан һуҡрана. Иртәгеһен иртә менән ашнаҡсы һәр саҡтағыса аш бүлмәһендә эшләп йөрөй. Унда килеп ингән ылаусы Гришаның әсәһенә рәхмәттәр уҡый һәм Пелагея менән икеһе лә уға атай-әсәләренә ҡараған кеүек ҡарауҙары хаҡында әйтә. Быларҙы күҙәткән Гриша, нишләп ылаусы Пелагеяны үҙ милкенә алды икән тип, аптырай. Уға кешеләр өсөн ҡорбан ителгән ашнаҡсы шул тиклем йәл булып китә, шунлыҡтан Гриша, келәткә инеп, иң ҙур алманы алып сыға ла уны Пелагеяға һуҙа.

  • Чехов А. П. Кухарка женится // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 61, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • La cuisinière prend époux, traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=37
  2. Критическое обозрение «Обо всем». «Русское богатство», 1886, № 12, стр. 172
  3. «Беллетристы последнего времени». — «Вестник Европы», 1887, № 12, стр. 770