Ашлыҡ ҡуңыҙы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ҡаты ҡанатлылар
Ғаилә: Пластинка мыйыҡлылар
Төр: Ашлыҡ ҡуңыҙы
Латинса исеме
Anisoplia (Autanisoplia) austriaca Herbst, 1783

Ашлыҡ ҡуңыҙы (Anisoplia austriaca, Хлебный жук ) — иген ҡоротҡосо булған ҡуңыҙ [1]; пластинка мыйыҡлылар ғаиләһенән ҡуңыҙҙар ырыуы. Россиянең Европа өлешендә 30-ғаа ҡәҙәр, Урта Волга буенда 7 төрө билдәле. Ашлыҡ ҡуңыҙы өсөн тар ҡалаҡ һөйәге барлыҡҡа килтереүсе (баш өлешендә өҫкә ныҡ һуҙылған) конус һымаҡ ҡалҡан характерлы, ул шулай итеп ҡыяҡлыларҙың ҡабыҡтарын асыуға яйлаша.

Ашлыҡ ҡуңыҙының күбеһе бөртөклө культураларҙы зарарлай. Ашлыҡ ҡуңыҙы (A. austriаca) ҡара тупраҡлы полосаҙа киң таралған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 12—15 мм, йәшкелт-ҡара төҫтә, аҫты асыҡ төклө, ҡанат өҫтәре ерән, ҡалҡан янында дүрт мөйөшлө тимгелдәр бар. Ҡыяҡлыларҙың (бигерәк тә бойҙай, арыш һәм арпа) өлгөрөп килеүсе бөртөктәре менән туҡлана, йомшаҡ бөртөктәрҙе ашай, ә ҡатыларын башаҡтан сығара һәм ергә ҡоя. Личинкалары тупраҡта йәшәй, серемә һәм үҫемлектәрҙең ваҡ тамырсыҡтары менән туйыналар. Үҫеш циклы 2 йыл тәшкил итә. Личинка стадияһында ҡышлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)