Ашлама — үҫемлектәрҙе туҡландырыу һәм тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн файҙаланылған матдәләр [1]. Улар үҫемлектәргә нормаль үҫеше өсөн бер йәки бер нисә дефицит химик компоненттар биреүе менән отошло.

Ашлама
Рәсем
 Ашлама Викимилектә
СССР-ҙың почта маркаһы. Октябрь, 1975. Невинномыс химия комбинаты. Кобинаттың аммиак ҡоролмаһы,шар кеүек цистернала ашлама формулаһы. Рәссам — Е. Анискин
Теннеси үҙәнендә фосфат ашламалар ҡулланылған баҫыу (һулда — ашламаһыҙ). 1942 йыл

Ашлама кластары

үҙгәртергә

Ашлама класын түбәндәге билдәләр буйынса айырырға мөмкин:

  • сығышы буйынса (органик һәм минераль);
  • агрегат хәле (шыйыҡ, ярымшыйыҡ, ҡаты);
  • тәьҫирлелеге буйынса (тура һәм ситләтелгән);
  • тупраҡҡа индерелеү ысулы буйынса: төп, сәсеү алдынан, туйындырыу маҡсатында, тупраҡ эсенә һалып, өҫкө яҡтан;
  • үҫемлек туйындырыу ысулы буйынса: тамырҙы ашлау, тамырҙан башҡа ашлау (япраҡҡа һибеп).

Минераль ашламалар

үҙгәртергә

Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә ауыл хужалығы предприятиелары минераль ашламалар 100 % туҡлыҡлы матдәгә һанағанда 1990 йылда 9,9 миллион тонна, ә 2010 йылдан — 1,9 млн тонна индерелгән; шулай итеп, минераль ашламалар ҡулланыу күләме 5 йыл эсендә 20 тапҡырға кәмегән.

Минераль ашламалар тупраҡта туҡлыҡлы матдәләр запасын тулыландырыу өсөн индерелә, улар иҫәбенә фосфор (P), калий (К), азот (N) инә. Был ашламалар айырым индерелһә, уларҙы ябай тип атайҙар (аммиак селитраһы (N), суперфосфат (P),хлорлы калий и (K)).

Ашлама ҡушып ҡулланырға мөмкин, әммә был ашлама индереү буйынса әҙерлек барышын күпкә ауырлаштыра һәм яланда тигеҙ таратылыу сифаты насарайыуға килтерә. Шуға күрә ҡатмарлы ашламалар (нитрофоска (фосфор, калий һәм азот) һәм аммофос (фосфор һәм азот) киң таралыу алған

Ябай ашламалар

үҙгәртергә

Ҡатмарлы (комплекслы) ашламалар

үҙгәртергә

Органик ашламалар

үҙгәртергә

Органик ашламаларҙың иң таралған төрҙәре — биогумус, серетмә, торф, тиреҫ, гуано, ҡош тиҙәге, компост, сапропель, комплекслы органик ашламалар. Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыл хужалығы предприятиелары органик ашламалар индергән: 1990 й — 389,5 млн т, 2010 й — 53,0 млн т (7 тапҡырҙан ашыуға кәмегән). Тиреҫ һәм компост кеүек органик ашлама әҙерләү, етештереү һәм ҡулланыу урынына ҡарап индерелә, башҡа баҙар субъекттарының етештереү процесына ҡағылмай, шуға күрә реаль статистик иҫәп алыуы ауыр.

 
Органик ашлама өсөн компост ҡумтаһы

  Викидәреслектә

Башҡа төрҙәре

үҙгәртергә

Бынан тыш ошондай категорияларға бүленә:

  • органоминераль ашлама
  • микроашлама
  • бактериаль ашлама
  • апион ашлама
  • тупраҡ барлыҡҡа килтереүсе ашлама

Туранан-тура хужалыҡтарҙа алынған ашлама урындағы ашлама тип атала (тиреҫ, компост, торф, көл), химия предприятиеларында алынғаны — сәнәғәт ашламалары.

Һуңғы ваҡыттарҙа үҫемлектәрҙең углекислый газ концентрацияһына бәйлелеге тикшеренеү объектына әйләнә бара. Углекислый газды теплицаларҙа (парниктарҙа) ҡулланыу, атап әйткәндә, уңышты арттырыуға булышлыҡ итә.

Ашламаларҙың һөҙөмтәлелеге

үҙгәртергә

Ашламалар тупраҡтың уңдырышлылығын арттыра.

Һаҡсыллыҡ маҡсатында ашламалар индереүҙең төрлө технологиялары ҡулланыла, мәҫәлән, кәрәкле майҙанында ғына кәрәк кимәлдә әҙләп йәки күпләп индерелә.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

  Викидәреслектә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ГОСТ 20432-83 (Fertilizers. Terms and definitions) «Удобрения. Термины и определения»

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә