Афифе Жале
актёр
Афифе Жале | |
төр. Afife Jale | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Ҡадыкөй, Истамбул, Ғосман империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 24 июль 1941 |
Вафат булған урыны | Истанбул, Төркиә |
Хәләл ефете | Selahattin Pınar[d] |
Һөнәр төрө | актёр, театр актёры |
Уҡыу йорто | İnas Sanâyi-i Nefîse Mektebi[d] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Afife Jale[d] |
Тасуирлау биттәре |
istanbulkadinmuzesi.org/… istanbulkadinmuzesi.org/… istanbulkadinmuzesi.org/… istanbulkadinmuzesi.org/… |
Афифе Жале Викимилектә |
Афифе Жале (1902, Истанбул — 24 июль, 1941 йыл) — Төркиәнең тәүге мосолман театр актрисаһы .
Биография
үҙгәртергәАфифе Жале (Әфифә Жәлә) Истанбулда 1902 йылда[2] Һидайәт-бей менән Мәтхиә-ханым ғаиләһендә тыуған; һеңлеһе- Бәһиә-ханым һәм ҡустыһы- Сәләх-бей.
Карьера
үҙгәртергәӘфифә Истанбул сәнәғәт мәктәбен тамамлай, актриса булырға хыяллана. Ул осорҙа Ғосман империяһында мосолман төрөк- ҡатын ҡыҙҙары сәхнәлә уйнай алмаған. Актрисалар грек, әрмән , йәки йәһүд ҡатын-ҡыҙҙары булған[2].
Әфифәнең атаһы ҡыҙының актриса булыу теләгенә ҡаршы була. Шуға ҡарамаҫтан, Әфифә Дарюльбедаи консерваторияһында стажер булып эшкә урынлаша (төр. Darülbedayi)[2]. Консерваторияла был ваҡытта мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн актерлыҡ курстары асыла. Улар тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уйнарға тейеш була[3].
1920 йылда Әфифә тәүге тапҡыр Yamalar спектаклендә (Хүсәйн Суат) Эмель ролендә сығыш яһай. Был ваҡытта ошо ролде уйнаған Элиза Бинемеджиян сит илгә китә һәм «Эмель» ролендә уйнарға актриса булмай. Әфифә «Жале» тигән сәхнә исеме ала. "Аполлон театры"нда (Ҡадыкөй ҡалаһы) уйнай башлаған Афифе Жале Төркиәләге тәүге мосолман театр актрисаһы була. Театр етәкселеген ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары сикле булыуы тураһында иҫкәртәләр һәм 1921 йылда Әфифәне эшенән бушаталар[2][3][4]. Һуңыраҡ ул башҡа театрҙарҙа башҡа исемдәр аҫтында сығыш яһай башлай[3].
1923 йылда Ататөрк- Төрөк Республикаһына нигеҙ һалған дәүләт эшмәкәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында мәсьәләне күтәреп сыға. Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын сикләгән күп закондар ғәмәлдән сыҡҡас, Әфифәне театрға кире алалар. Ләкин был ваҡытҡа ауыр хәлдән нисек сығырға белмәгән Әфифә насар эҙемтәләр биреүсе дарыуҙар менән мауыға башлаған була[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергә1928 йылда ул музыкант Селахаттин Пынар менән таныша(1902—1960). Улар 1929 йылда өйләнешә, ләкин Әфифәнең насар ғәҙәтенән арына алмауы арҡаһында ғаилә тарҡала- 1935 йылда улар айырылыша[4].
Ире менән айырылышҡас, Әфифә Баҡыркөй психиатрия дауаханаһына эләгә һәм һуңғы йылдарын шунда үткәрә. Афифе Жале 1941 йылдың 24 июлендә вафат була[4].
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Afife Jale Kimdir?
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Yalçın, Soner. Kokain tutkusunun yok ettiği ünlü karı koca (24 июнь 2007). 20 май 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Afife Jale (төр.). İstanbul Kadın Müzesi. Дата обращения: 21 май 2013.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Afife dans ediyor (Turkish) (12 декабрь 1998). 21 май 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 16 июнь архивланған.