Викидатала элемент юҡ

Афзал — ғәрәп теленән ингән башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Афзал — арҙаҡлы; иң шәп, иң һәйбәт тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Таһиров Афзал Мөхитдин улы (25 октябрь 1890 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — СССР-ҙың дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1928 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партколлегия секретары, 1931 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты, бер үк ваҡытта 1934 йылдан БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936 йылдан Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты директоры. Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһының Хеҙмәт ордены кавалеры (1923), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Сәйәси золом ҡорбаны.

Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14 сентябрь 1928 йыл — 25 май 2004 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1972).

Атаһы исеме

үҙгәртергә

Таһирова Майя Афзал ҡыҙы (8 февраль 1931 йыл — 9 июнь 2003 йыл) — балет артисы, педагог. 1949—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1978—2000 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһының художество етәксеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2001) артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1969) лауреаты.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә