Атыш
Атыш — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 61 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км.
Атыш | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 11 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Ләмәҙе |
· Координаталар | 54°33′02″ с. ш. 57°17′34″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200612111100019379 |
Атыш Викимилектә |
Башта ер өҫтөндә ағып килеп, Атыш аҡланын барлыҡҡа килтерә.Унан карст араһына һеңә һәм ер аҫтынан аҡҡанында Ағуй йылғаһы менән ҡушыла. Унан 3—3,5 километр үткәс ер өҫтөнә сығып Атыш шарлауығын барлыҡҡа килтерә. Артабан диаметры 20 метр һәм тәрәнлеге ун метрға тиклемге күл барлыҡҡа килтереп, шунан йылға булып ағып сыға. 200 м тирәһе ағып барғас Ләмәҙе йылғаһына барып ҡушыла.
Атыш йылғаһы ер аҫтына киткән урынды Атыш-Сумған тип атайҙар.
Йылғаның һыуы барлыҡ ер аҫты шишмәләре кеүек һәр саҡ +4 °C температурала тора.
Атыш шарлауығынан һәм Атыш мәмерйәһенән тыш, был йылға Заповедная мәмерйәһе менән дә данлыҡлы.Был мәмерйәлә 20 мәмерйә айыуының баш һөйәктәре табылған.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019379
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101937
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Атыш .
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Иғтибар! Мәҡәлә махсус программа (бот) ярҙамында яҙылды. Был мәҡәләлә |
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ