Аттрактанттар(лат. attraho — үҙемә тартып торам) — тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойоусы заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра.

Белешмә үҙгәртергә

Аттрактанттар бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған. Аттрактанттар хайуандарҙың, бигерәк тә бөжәктәрҙең, үҙ-үҙҙәрен тотоу реакцияларын тиҙләтә (мәҫәҫәлән, аҙыҡ, йомортҡа һалыу урындарын, енси партнёрҙар табыу; ҡушылыу һ.б.) һәм күҙәтеү аҫтына ала. Аҙыҡ аттрактанттар бөжәкте үҫемлеккә йәлеп итә. Бөжәктәрҙең енси аттрактанттар көслө биологик актив матдәләр булып тора. Уларҙың тирә-яҡҡа таратҡан аттрактанттар (10-9 г тиклем) йөҙәрләгән метр алыҫлыҡтан ҡаршы енес заттарының антенна рецепторҙары ярҙамында бер нисә молекула кимәлендә ҡабул ителә. Енси аттрактанттар үҙенсәлеге һәм һөҙөмтәлелеге уларҙың төҙөлөшөнә (шул иҫәптән геометрик һәм оптик изомерияһына) бәйле. Аттрактанттар зарарлы бөжәктәргә ҡаршы көрәштә (үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы), уларҙың популяцияһының тығыҙлығын билдәләүҙә, ҡайһы берҙә инсектицидтар, хемостерилизаторҙар йәки патогендар менән берлектә файҙаланыла.

Тарих үҙгәртергә

Аттрактанттар синтезлау буйынса тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 70‑се йылдары уртаһында Химия институтында ( Органик химия институты) Г.А.Толстиков һәм В.Н. Одиноков етәкселегендә башлана. Органик һәм нефтехимия синтезының табыуы еңел булған продукттары, шулай уҡ тәбиғи берләшмәләр — терпеноидтар һәм шәкәрҙәр — нигеҙендә бөжәктәрҙең күп кенә төрҙәренең аттрактанттар алыуҙың һөҙөмтәле ысулдары эшләнә (Р.И.Ғәлиева, Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, Толстиков, В.Р.Әхмәтова). Бал ҡорттарының үҙ-үҙҙәрен тотоу реакцияларын һәм бөжәктәрҙең — урман (парһыҙ ебәк күбәләге, сыбарғанат ебәк күбәләге), ауыл хужалығы үҫемлектәре (алма күбәләге,мамыҡ шайтан күбәләге), ашлыҡ һаҡламдары (тирмән һәм көньяҡ күбәләктәре, он ҡуңыҙы), карантин ҡоротҡостарының — һанын көйләргә мөмкинлек биреүсе aттрактанттар эшләнгән.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Феромондар.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • http://www.башҡорт(недоступная ссылка) энциклопедияһы.рф/index.php/read/8-statya/1131Аттрактанттар

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гудман М., Морхауз Ф. Органические молекулы в действии. М., 1977;
  • Лебедева К.В., Миняйло В.А., Пятнова Ю.Б. Феромоны насекомых. М., 1984;
  • Одиноков В.Н., Серебряков Э.П. Синтез феромонов насекомых. Уфа, 2001.