Атешга (Тбилиси)
Атешга (груз. ათეშგა) — Тбилисиҙа, тарихи Иҫке ҡала районында, Клдисубани кварталында урынлашҡан дини ҡоролма (Гоми урамы, 3).
Атешга | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Урын | Иҫке Тбилиси |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес |
Атешга Викимилектә |
Милли әһәмиәткә эйә булған архитектура ҡомартҡыһы (2017)[1]. Донъяның иң төньяғындағы һәм Грузияла утҡа табынғандарҙың берҙән-бер ҡорамы.
Атамаһы фарсы телендәге Атеш һәм кяде һүҙҙәренең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән — «ут ҡорамы».
Әлеге ваҡытта уға барыуы ауыр, бинаға үтеү юлы торлаҡ йорттар аша.
Тарихы
үҙгәртергәЭлек-электән был урында утҡа табыныусыларҙың ҡорамы булған тип иҫәпләнә. V—VII быуаттарҙа, фарсы хакимлығы ваҡытында төҙөлөүе ихтимал. 1720 йылдарҙа бында мәсет төҙөлгән булған, тиҙҙән, 1735 йылда, төрөктәрҙе ҡыуып ебәргәс, ул емерелә.
Хужалыҡ ҡаралтылары булараҡ ҡулланыла.
Хәҙерге ваҡытта емереклектәр торошонда
2007 йылда Норвегияның мәҙәни мираҫы идаралығы тарафынан бинаны консервациялау эштәрен финанслау башҡарыла, пластик ҡыйыҡ төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Архитектура Тбилиси / Квирквелия Т. Р. — М.: Стройиздат, 1984. — С. 116. — 311 с. — 17 500 экз.
- Пл. Иоселиани Описание древностей города Тифлиса. Тбилиси, 1871