Атаман — 2-се класлы тимер юл станцияһы. Ростов өлкәһенең Егорлык станицаһында урынлашҡан. 7 юлы бар, уларҙың икәүһе хәҙер бөтөнләй ҡулланылмай. Ҡалған 5 юлдың береһе иҫәптән сығарылған йөк вагондары ултырмаһы итеп файҙаланыла, тик ике юл поездарҙың даими хәрәкәте һәм киҫешеүе өсөн ҡулланыла. Станцияның бушлай бәҙрәфе бар. Атаман станцияһының диңгеҙ кимәленән бейеклеге 93 м.

Станция Атаман
Батайск — Сальск
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы
Станция бинаһы
Тимер юлы бүлексәһе:

Ростов төбәге

Асылған:

1915[1]

Тип:

Пассажирҙәр, йөк

Юлдар һаны:

7

Расположение:

Егорлык, Егорлык районы, Ростов өлкәһе

Станция коды:

517504

Код в АСУЖТ:

517504

«Экспресс-3» коды

2064258

[{{fullurl:commons:Category: Ataman railway station Викимилектә|uselang=ru}} Станция Атаман] на Викискладе

Атаман станцияһы Егорлык станицаһында 1915 йылда, Батайск — Тороговая (хәҙер — Сальск) тимер юл линияһын төҙөгән ваҡытта барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең көньяғында контрреволюцион хәрәкәтте баҫтырыу менән бәйле драматик ваҡиғалар (ҡара: Донда Граждандар һуғышы), станцияла 1919 йылда, Граждандар һуғышы осоронда үҫешә. Кавказ фронтының хәрби революцион комитеты 28 февралдә беренсе Атлы армия һәм 10-сы армияның уң фланг өлөшө өсөн директива сығара: Егорлык станицаһын һәм Атаман станцияһын алған һәм нығынған аҡ гвардиясыларҙың атлы һәм пехота берләшмәләрен ҡыйратырға, артабан көньяҡҡа табан Тихорецкая үҙәк тимер юл станцияһына тиклем алға барыуҙы дауам итергә. 1 мартта ҡыҙылармеецтарҙың 1-се атлы армияһы һәм 20-се уҡсылар дивизияһы Атаман станцияһында дошмандарға һөжүм башлай. Бында Беренсе Дон корпусы частары, генерал В. М. Черенцовтың пластун частәре, Терек-Кубань атлы дивизияһы тупланған һәм нығынған була. Бик аяуһыҙ һуғыш башлана. Аҡгвардееецтар ҙур юғалтыуҙар кисерә, Атаман станцияһында уларҙың атлылары тулыһынса ҡыйратыла, пехота сигенә, инициатива буденновсыларға күсә. Оҫталыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн Беренсе атлы армия дивизиялары начальниктары С. К. Тимошенко, О. И. Городников, 20-се дивизия штаб начальнигы Б. В. Майстрах һәм башҡа командирҙар Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[2].

Станция буйынса ҡала яны бәйләнеше

үҙгәртергә

Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар

үҙгәртергә

Элек йөрөгәндәр (хәҙер юҡҡа сыҡҡан):

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
  2. История гражданской войны в СССР, том 4. — Государственное издательство политической литературы, 1959. — 298 с.
  3. Расписание электричек по вокзалу Атаман. Яндекс-расписания. Дата обращения: 19 апрель 2017.(урыҫ.). Яндекс-расписания. 19 апрель 2017 тикшерелгән.