Атаман йорто (Новочеркасск)

Атаман йорто — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһы, Мәскәү урамы, 19-сы һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан мәҙәни мираҫ объектты, ХХ быуат архитектура ҡомартҡыһы[1].

Иҫтәлекле урын
Атаман йорто (Новочеркасск)
Атаман йорто
Йорт - архитектура ҡомартҡыһы, XX быуаттың башы
Йорт - архитектура ҡомартҡыһы, XX быуаттың башы
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск, Мәскәү урамы, 49
Архитектура стиле модерн
Нигеҙләнгән 1907 йыл

Тасуирлама

үҙгәртергә

Йорт 1907 йылда төҙөлгән. 1915 йылдағы документтарҙа был бина «Атаман йорто» тип йөрөтөлә. Новочеркасск ҡалаһындағы Атаман һарайы атамандарҙың рәсми резиденцияһы булған, улар был бинала күп ваҡыттарын эш өҫтөндә үткәргән, шулай уҡ уларҙың шәхси ихтыяждары өсөн дә бина кәрәк булған. Ошондай ихтяждарға яуап булған ҡоролма Мәскәү урамы, 49-сы һанлы йорт булған.

Йорт төҙөү стиле — модерн. Фасадты биҙәүҙә проект авторы баштан уҡ орнаменттар менән файҙалана. Күркәм ҡунаҡ күтәрмәһе бинаның үҙәгенән ситкәрәк ҡуйылған һәм ул рустовкалы көмбәҙ формаһында, тәҙрәләре ярым түңәрәк формаһында, уларҙың сиктәрендә үҫемлек рәүешендәге биҙәктәр урынлашҡан. Ҡунаҡ күтәрмәһе ишеге киң кәрниз ҡуйылған аттик менән тамамлана. Йорттоң уң һәм һул өлөшөндәге тәҙрәләрҙең һаны төрлөсә, уларҙы үрелгән орнамент биҙәп тора. Тимер япма йортто биҙәй, ә йорт ҡапҡаһы атаман йортон Кирюнин йортонан айырып тора.

Йортто төҙөгәндә участкала төрлө стилдәге ике ҡапҡа булдырылған. Беренсеһендә горизонталь һәм вертикаль һыҙыҡтар, ә икенсе осраҡта — кәкре һыҙат ҡулланылған. Һуғыш тамамланғандан һуң, 1940-сы йылдарҙа был йортта Новочеркасск гарнизон начальнигының фатиры булған. Был йортта граждандар һуғышы геройҙары Е. И. Кофтюх һәм С. С. Вострецов йәшәгән. Йорт архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә. 1992 йылдан алып йорт архитектура ҡомартҡыһы тип таныла һәм закон менән һаҡлана[2]. XХI быуатта был бинала балалар баҡсаһы эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә