Асена Дуйгу

төрөк журналисы, яҙыусы, автор һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса йәмәғәт эшмәкәре[8]

Дуйгу Асена (тур. Duygu Asena; 19 апрель 1946 йыл30 июль 2006 йыл)[7] — төрөк журналисы, яҙыусы, автор һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса йәмәғәт эшмәкәре[8]

Асена Дуйгу
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 19 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4][5]
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә
Вафат булған көнө 30 июль 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[6][4][5] (60 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак мозга[d]
Ерләнгән урыны кладбище Зинджирликую[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, актёр, активист, уҡытыусы, алып барыусы
Эшмәкәрлек төрө журналист[d]
Уҡыу йорто Истанбул университеты[d]
Сәйәси идеология Феминизм
 Асена Дуйгу Викимилектә

Тормошо һәм карьераһы үҙгәртергә

Дуйгу Асена Истанбулда, Төркиәлә 1946 йылда тыуа. Һеңлеһе Инчи Асена (төр. İnci Asena) төрөк шағирәһе һәм нәшриәтсеһе, 1966 йылда Төркиә һылыуҡайы[9]. Уның олатаһы Ататөрктөң шәхси секретарь була[10]. Ҡадыкөйҙә ҡыҙҙар өсөн шәхси колледжды тамамлағандан һуң, уҡыуын дауам итә һәм Истанбул университетын педагогика һөнәре буйынса тамамлай. Һуңынан ике йыл балалар поликлиникаһында, Хасеки дауаханаһында һәм Истанбул университетының балалар йортонда педагог сифатында эшләй.

Журналист булараҡ, Дуйгу Асена 1972 йылда яҙа һәм баҫтыра башлай. Уның беренсе мәҡәләһе "Хюрриет» гәзитендә баҫылып сыға. 1976 йылдан 1978 йылға тиклем реклама агентлығында копирайтер булып эшләй. 1978 йылдан нәшриәттә мөхәррир булып эшләй, «Kadınca», «Onyedi», «Ev Kadını», «Bella», «Kim» һәм «Negatif» кеүек ҡатын-ҡыҙҙар журналдары өсөн яуаплы була[8]. 1980-се йылдарҙа Дуйгу Асена Төркиәлә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм уларҙың хәле өсөн хәрәкәт лидеры була. Киң мәғлүмәт сараларында ул никах, ҡатын-ҡыҙҙар тигеҙһеҙлеге һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу тураһында яҙа. Үҙ ваҡытында эштәге коллегаһына ғашиҡ булып, ул эш урынын юғалта. Шул уҡ ваҡытта ул төрөк иренең шундай уҡ шарттарҙа бер ҡасан да эштән бушатылмаясағын аңлай[8]. Үҙенең беренсе «Kadının Adı Yok» («Исемһеҙ ҡатын) китабында ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәберләүҙе һәм уларҙың мөхәббәтһеҙ мәжбүри никахын ҡырҡа тәнҡитләй. Роман 1987 йылда баҫылып сыға һәм бестселлер булып китә. 1998 йылда, 40 тапҡыр баҫтырылғандан һуң, китап хөкүмәт тарафынан тыйыла, сөнки унда әҙәпһеҙлектәр, балалар өсөн уны тотоу ҡурҡынысы һәм никах нигеҙҙәрен ҡаҡшатыу күҙәтелә, тип иҫәпләнә. Ике йыл суд процестарынан һуң романға тыйыу алына. Был китаптың тәржемәһе Германия һәм Нидерландта сыға[8]. Китап Грецияла бестселлер булып китә. Уның икенсе китабы «Aslında Aşk Yok, беренсеһенең дауамы тип ҡаралырға мөмкин. Ул шулай уҡ сит телдәргә тәржемә ителә һәм сит илдәрҙә нәшер ителә. Уның артабанғы бөтә китаптары ла шулай уҡ бестселлер була.

1992 йылдан 1997 йылға тиклем яҙыусы дәүләт ТРТ 2 каналында программа алып бара. Журналист булараҡ, ул «Миллиет», «Джумхуриет» һәм «Ярин» гәзиттәрендә эшләй. Дуйгу Асена шулай уҡ «Umut Yarıda Kaldı» («Өмөт өҙөлә»), «Yarın Cumartesi» («Иртәгә шәмбе) һәм Bay E (Господин E) тип аталған өс фильмда роль уйнай.

Дуйгу Асена баш мейеһе яман шешенән вафат була, сир менән  Истанбулда Америка госпиталендә ике йыл дауамында көрәшә. Зинджирлик зыяратында ерләнә[7].

Библиографияһы үҙгәртергә

  • Kadının Adı Yok (Женщина без имени), 184 pp., 1987, 59th edition 2004, ISBN 975-506-122-3 (то же на греческом и итальянском языках)
  • Aslında Aşk da Yok (На самом деле, там тоже не любят), 192 pp., 1989, 40th edition 2004, ISBN 975-506-128-2
  • Kahramanlar Hep Erkek (Герои — всегда мужчины), 160 pp., 1992, 23rd edition 2005, ISBN 975-506-108-8
  • Değişen Bir Şey Yok (Там ничего не изменилось), 118pp., 1994, 43rd edition 2004, ISBN 975-325-000-2
  • Aynada Aşk Vardı (Там была любовь в зеркале), 360 pp., 1997, 22nd edition 2004, ISBN 975-325-456-3
  • Aslında Özgürsün (На самом деле, вы свободны), 276 pp., 2001, 21st edition 2004, ISBN 975-6612-14-2
  • Aşk Gidiyorum Demez (Любовь не говорит: ‘Я ухожу’), 208 pp., 2003, 14th edition 2003, ISBN 975-293-083-2
  • Paramparça (Растерзан), 157 pp., 2004, 14th edition 2006, ISBN 975-293-205-3
Немец телендә
  • Die Frau hat keinen Namen (Женщина без имени), 174 pp., 1992, Piper, München, ISBN 3-492-11485-7
  • Meine Liebe, Deine Liebe (Моя любовь, твоя Любовь), 215 pp., 1994, Piper, München, ISBN 3-492-11792-9
Голланд телендә
  • De vrouw heeft geen naam (Женщина без имени), 219 pp., 2005, de Kern, ISBN 90-325-1011-8
  • Eigenlijk ben je vrij (На самом деле, вы свободны), 222 pp., 2005, de Kern, ISBN 90-325-1006-1

Наградалары үҙгәртергә

  • 1988 — «Саммитта кеше», «Nokta» журналы премияһы;
  • 1988 — «Иң яҡшый автор», Босфор университеты премияһы;
  • 1995 — «Иң яҡшы автор», Босфор университеты премияһы;
  • 1998 — «75 йәштә 75 ҡатын-ҡыҙ».

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #103661822 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #103325123 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. 5,0 5,1 Duygu Asena // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. http://www.nytimes.com/2006/08/01/world/01asena.html
  7. 7,0 7,1 Associated Press. Duygu Asena; Advocate for Turkish Women, Washington Post (2 август 2006). 22 февраль 2024 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Guler, Emrah. The name of the Turkish women, Turkish Daily News (4 август 2006). 22 февраль 2024 тикшерелгән.
  9. Milliyet newspaper (тур.). Дата обращения: 22 февраля 2024. Архивировано 25 февраля 2024 года.
  10. Ozdemir, Senay. Feminism, Turkish-style, Los Angeles Times (25 июнь 2007). 24 февраль 2024 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә