Арҡайым
Был археологик ҡомартҡы тураһында мәҡәлә. Авиакомпания тураһында Арҡайым (авиакомпания) битен ҡарағыҙ
Ҡаласыҡ | |
Арҡайым
| |
Һауанан күренеш | |
Ил | Рәсәй |
Өлкә | Силәбе |
Статус | Археологик ҡомартҡы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 7410020000 |
Бөгөнгө хәле | 1995 йыл һуңғы ҡаҙыныу эштәре тамамланған. |
Арҡайым Викимилектә |
Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс.
1987 йылда Көньяҡ Урал далаларында иң боронғо цивилизацияларҙың береһенә ҡараған «ҡалалар иле» табылғайны. Арҡайым Англияның боронғо Стоунхендж обсерваторияһына оҡшаған. Был асыш XX быуаттың һуңғы ике тиҫтә йылындағы археологик сенсация булды. Янында урынлашҡан элекке башҡорт ауылы исемен алып, ғалимдар уны «Арҡайым» тип исемләне. Хәҙерге көндә әлеге урындар музей-ҡурсаулык дәрәжәһендә, унан донъяның төрлө тарафтарынан экскурсияға килгән кешеләр ағымы өҙөлмәй. Музей-ҡурсаулыҡтың даны — б. э. т. III—II мең йыллыҡҡа ҡараған Арҡайым нығытмаһы һәм некрополе. Арҡайым Уралдың көнсығыш һырттары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа — 400, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 100—150 саҡрымға һуҙылған. Әлеге көндә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе өлкәһе көньяғының ҙур ғына майҙанында Арҡайым цивилизацияһына ҡараған 21 ҡаласыҡ асылған. Уларҙың яҡынса йәше — 4000 йыл.
Арҡайымдар күпләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр эшләү, ҡорал яһау, тукыу һ.б. төр эштәр менән шөғөлләнгән. Тикшеренеүселәр шуныһына хайран ҡала: Арҡайымды кешеләр ҡапыл ташлап киткән, бынан һуң унда ҙур янғын сығып, ҡала янып бөткән. Ҡалаларҙағы ҡоролмалар ағас менән үҙенән-үҙе цементҡа әйләнә торған ләмдән төҙөлгән. Ә күмергә әйләнгән ағас быуаттар буйына һаҡлана ала. Әллә нисә мең йыллыҡ үткәс ғәжәп ҡалаларҙы асыуға ошо булышлыҡ итә лә инде. Кешеләрҙең ҡаланы ҡапыл ғына ташлап китмәгәнен, уларҙың үҙҙәре менән барлыҡ кәрәк-яраҡтарын да алып китеүен асыҡлай ғалимдар. Улар фекеренсә, арҡайымдар ут ғәрәсәте хаҡында алдан иҫкәртелгән һәм хәүефһеҙ урынға күсеп киткән булырға тейеш. Был иһә унда йәшәгән халыҡтың һәләкәттәрҙе алдан күрергә һәләтле булыуҙары хаҡында һығымтаға килтерә. Тимәк, арҡайымдар үҙенсәлекле белемгә эйә булған, тигән һүҙ. Ғалимдар фаразлауынса, кешелектең иң боронғо тарихы тап Урал менән бәйле.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт музея-заповедника Аркаим
- Об Аркаиме и Челябинской области 2014 йыл 16 май архивланған.
- Энциклопедическая статья автора раскопок Г. Б. Здановича(недоступная ссылка)
- Д. Н. Верхотуров «Аркаим: несчастливое открытие» 2007 йыл 25 декабрь архивланған.