Арҙаҡты (һырт)
Арҙаҡты (Әрҙәкте) — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Арҙаҡты | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 30 км |
Киңлеге | 8 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 762 м |
Урынлашыуы | |
54°29′56″ с. ш. 58°38′10″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәБөрйән районы буйлап Кесе Нөгөш йылғаһы тамағынан Берәтәк йылғаһы (Нөгөш йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо 30 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, абсолют бейеклеге 762 м (Ҡарағай Маяҡ тауы). Һыртта бейеклеге 500—762 м булған 9 түбә айырылып тора. Төньяҡ өлөшө тар, битләүҙәре текә, яҫы түбәле Маяҡ тауы (абсолют бейеклеге 757 м) айырыла. Көньяҡ өлөшө оҙонлоғо 2—6 км, бейеклеге 300 м ашыу булған 5 ваҡ һырттан тора.
Рельефының йырғыланыу тәрәнлеге төньяҡ өлөшөндә яҡынса 300 м, үҙәк өлөшөндә — 350 м, көньяҡ өлөшөндә — 250 м. Йылға үҙәндәре (тәрәнлеге яҡынса 200 м) А. меридиональ һәм киңлек йүнәлешендә киҫә, сикләнгән тәрән соҡорҙары бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора.
Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: көнбайыш битләү итәктәрен киң япраҡлы имән һәм йүкә, көнсығышын — ҡарағай ҡатыш ҡайын, саған, йыла урмандары биләй, ҡарағас осрай. Үҙәк өлөшөндә йыла‑йүкә, өҫкө өлөшөндә имән-йүкә-ҡайын урмандары үҫә.
Һырттың көньяҡ өлөшө “Алтын Солоҡ” заказнигына инә. Исеме “арҙаҡлы” һүҙенән алынған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. Арҙаҡты (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.