Архистратиг Михаил ҡорамы (Чернигов)

Архистратиг Михаил сиркәүе (укр.храм Михаил Архістратига) — Чернигов ҡалаһында Чернигов һәм Новгород Северский епархияһының православие сиркәүе, Тыныслыҡ проспекты һәм Козацкая урамдары мөйөшөндә урынлашҡан.

Архистратиг Михаил ҡорамы
укр. Храм Архістратига Михайла
Нигеҙләү датаһы 2001
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған архангел Михаил[d]
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
Епархия Черниговская и Новгород-Северская епархия[d]
Карта

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

2001 йылда төҙөлә башлай, 2002 йылда изгеләндерелә. Ғибәҙәтхана ротонда формаһында төҙөлгән. Ҡорамдың проектын Киев архитекторы Олег Слепцов эшләй. Ләкин төҙөлөш барышында проекты сиркәү общинаһы теләге буйынса үҙгәртелә. Манара проектын, шулай уҡ территорияны төҙөкләндереүҙе Чернигов архитекторы Виктор Матвеевич Устинов башҡара. Ғибәҙәтханала 3 инеү урыны бар: үҙәктә — көнбайыш яҡта, төньяҡ һәм көньяҡ ҡабырғала. Стеналарҙа һүрәттәр юҡ.

Ғибәҙәтхананың төп биҙәге булып өс ҡатлы иконостас тора. Иконостас үҙәгендә — ике ҡатлы бейеклеккә күтәрелеүсе батша ҡапҡаһы. Батша ҡапҡаһынан уңда — «Иисус Хиситос» иконаһы. Христос ҡулына Инжил тотҡан. Пономарь ишегендә — «Изге Стефан Архидиакон» иконаһы. Батша ҡапҡаһы өҫтөндә — «Йәшерен мәжлес» иконаһы. Икенсе ҡатта — «Христос раштыуаһы» «Ғибәҙәтханағы инеү», «Богоматерь раштыуаһы», «Яңы ғәһедле Троица», «Иисус Христос», «Игесаулау», «Богоматерь Успение», «Суҡындырыу» байрамдарының 8 иконаһы ҡуйылған. Өсөнсө яруста батша ҡапҡаһы өҫтөндә «Иисус Христос — Дан батшаһы» иконаһы һәм апостолдар һүрәте менән 8 икона тора. Иконостас тәре менән тамамлана.

Ғибәҙәтхананан тыш территорияла манара төҙөлгән. Ул планында һигеҙ ҡырлы, 34 метр бейеклектә, дүртенсе ҡатында 8 ҡыңғырау ҡуйылған. Балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе эшләй.

Һылтанмалар

үҙгәртергә