Архангел (Шаран) баҡыр иретеү заводы


Архангел (Шаран) баҡыр иретеү заводы — Башҡортостанда, хәҙерге Шаран районының Шаран ауылы биләмәһендә урынлашҡан, 1754—1795 йылдарҙа эшләгән баҡыр иретеү заводы. Ә 1836 йылда завод ҡаралтылары һәм ҡорамалдары һүтелгән.

Архангел (Шаран) баҡыр иретеү заводы
Нигеҙләнгән йыл

1754

Ябылған йыл

1836

Нигеҙләүселәр

Г.С. Красильников

Урынлашыуы

Рәсәй флагы Шаран Башҡортостан

Тармаҡ

төҫлө металлургия

Продукция

баҡыр

Географик урыны

үҙгәртергә

Завод Шаран йылғаһы буйында (Сөн йылғаһы ҡушылдығы, Ағиҙел йылғаһы бассейны), Өфө ҡалаһынан 130 саҡрым көнбайышта, Өфө өйәҙендә[1], Шаран ауылының төньяҡ-көнбайыш ситендә, юл һәм Шаран йылғаһы киҫешкән урында урынлашҡан.

Завод тарихы

үҙгәртергә

Нигеҙ һалыныуы

үҙгәртергә

Заводҡа Красильников Григорий Семенович (1726—?) Шаран йылғаһы буйында, Ҡазан юлы Ҡыр-Илан улусы ауылы башҡорттарынан һатып алған ерҙә нигеҙ һала[2].

Завод төҙөргә рөхсәт 1752 йылдың 5 авгусында бирелгән. 1752—1754 йылдарҙа завод төҙөлә. 1754 йылдың 22 авгусында завод тәүге тапҡыр баҡыр иретә.

Заводтың түбәндәге ҡорамалдары була: ике фабрикаһы, уларҙың беренсеһендә 4 баҡыр иретеү мейесе, ә икенсеһендә — 2 гармахер горны, штык горны, 5 төйгөслө ваҡлағыс тирмән; тимерлек, күрекле оҫтахана булған. Заводҡа 114 мең дисәтинә ер, 122 рудник ҡараған, шуларҙың мөһимдәре Уязинский руднигы — 150 саҡрым алыҫлыҡта, 100 саҡрымда Сылнинский руднигы һәм 30 саҡрымда Сакатовский руднигы. Рудала баҡыр миҡдары 4 % тәшкил иткән.

1774 йылда, Пугачев ихтилалы ваҡытында, завод емерелә, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. Завод 1776 йыл уртаһында ғына тергеҙелә.

Заводта 1782 йылда 97 крепостной кешеһе һәм эшсе эшләгән, шуларҙан 47 кеше заводта эшләй, ҡалғандары — ярҙамсы эштәрҙә. Заводтың үҙенең урман дачаһы булмай, эшсе көстәр ҙә етешмәй, рудниктарҙың алыҫлығы, мәғдәндә баҡырҙың әҙ булыуы — былар бөтәһе заводты килемһеҙ итә, 1795 йылда производство туҡтатыла.

1809 йылда завод хужаларының ҙур бурыстары менән бәйле, Сенат заводты аукционға ҡуйырға була, тик һата алмай, сөнки һатып алыусылар табылмай. 1836 йылда тик торған завод тулыһынса юҡ ителгән, уның ҡаралтылары һәм ҡорамалдары асыҡ алыш-бирештә (аукцион) ташып алыуға һатылған.

Әлеге ваҡытта заводтан быуаһының ҡалдыҡтары ғына ҡалған, улар юлдар, күперҙәр төҙөүгә тотонолған. Быуаның һыуы ағыҙылған, ләкин уның контуры әле беленә. Цехтар урынында шиномонтаж урынлашҡан[3].

Заводтың етештереүсәнлеге

үҙгәртергә

Завод 1754—1760 йылдарҙа йыл һайын 731 бот, 1761—1770 йылдарҙа — 1039 бот, 1771—1780 йылдарҙа — 1166 бот, 1781—1790 йылдарҙа — 692 бот, 1791—1795 йылдарҙа — 190 бот баҡыр иреткән. Бөтә эшләү дәүерендә завод бөтәһе 35 мең бот (574 тонна) баҡыр иреткән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Металлургические заводы Урала XVII-XX вв. Энциклопедия / глав. ред. В.В.Алексеев. — Екатеринбург: Академкнига, 2001. — С. 38. — 538 с. — ISBN 5-93472-057-0.
  2. Гудкова З. И. Архангельский (Шаранский) завод // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Ямщикова Я.Нужно ли изучать разрушенные памятники старой России//Посреди России, 31.10.2014