Арнауттар (грек.грек. Αρβανίτες,  төртөр. Arnavutlar — һүҙмә-һүҙ «албандар») — албандарҙың субэтник төркөмө, Албанияны XIV—XV быуаттарҙа, франкократияның көсәйеүе, Византия империяһының ҡаҡшауы һәм Европаға ғосман төрөктәренең бәреп инеүе арҡаһында башланған балкан миграциялары барышында  ташлап китәләр.  XX быуат башына тиклем арнауттар Греция Короллеге халҡының ҙур ғына өлөшөн  (20 процентҡаса) тәшкил итә.

Арнауттар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 30 000—140 000 самаһы
Греция Греция

Тел

Арнаут теле, Грек теле

Дин

Православие

Туғандаш халыҡтар

Албандар, арберештар, гректар

Грек менән арнаут. Густав-Федор Христианович Паулиҙың Рәсәй халыҡтарын этнографик тасуирлауынан. 1862 йыл
Л. Бубулина • Н. Энгонопулос • М. Боцарис

Урта быуаттарҙа албан теленең айырым бер диалекты булған арнаут теле арнауттарҙың туған теле була, хәҙерге көнгә ул юғалтылған. 

Грецияға албан иммиграцияһының төп ағымы  XII һәм XV быуаттар арауығына тура килә. Албандарҙың тарихи Албаниянан китеүенең сәбәбе (башлыса илдең көньяҡ-көнсығышынан) ил халҡының сағыштырмаса тығыҙ ултырыуы булғандыр.  Албанияның үҙенә, Балкан ярымутрауынан айырмалы,  1204 йылдан һуң һуғыштар ҡағылмай. Ил Урта быуаттарҙа гректарҙың Эпир деспотаты дәүләте составына инә һәм тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы торған грек православныйҙары яғында була.  Ошо осорҙа Эпир гректары менән православие ҡабул иткән албандар мәҙәни йәһәттән айырыуса бер-береһенә яҡыная. Шулай ҙа албан күскенселәре, Грецияның һуғыштар ҡаҡшатҡан төбәктәрендә ер биләмәләре алып, беренсе сиратта, матди хәлен яҡшыртыу яғын уйлай. Шунлыҡтан улар төрлө илдәрҙең армияларына яллана һәм хәрби күскенселәр сифатында грек дәүләттәренә лә (Эпир деспотаты, Морей деспотаты, тергеҙелгән Византия империяһы), башҡа илдәргә лә  (Тәре йөрөтөүселәрҙең Латин империяһы, Бөйөк Влахия, Ғосман империяһы, Генуя республикаһы) тарала. 

 
Пелопоннестың этнографик картаһы, 1890 йыл. Арнауттар ултырған төбәктәр ҡыҙыл төҫкә  буялған. 

Төп албан ареалынан айырмалы, тарихи Грецияға күскән арнауттар Византия империяһы дәүерендә үк, үҙ мәҙәниәтен юғалтып, өлөшләтә эллинлаша, шунлыҡтан улар төрөктәр баҫҡыны аҫтында ла православный булып ҡала.  Арнауттар, грек  теле XIX быуат уртаһына тиклем күптәре өсөн туған телгә әйләнмәһә лә, уны ла яҡшы белгән. 

XIV—XV быуаттарҙа албан ялланмаларын Афина герцоглығын яулап алған арагондар,  венециялылар (Архипелаг герцоглығы), унан һуң төрөктәр (Ғосман империяһы) рекрутлай. Ғосманлылар буш ҡалған Эвбея, Андрос һ. б. утрауҙарҙы кешеле итергә тырыша.  Ҡайһы бер баһаламалар буйынса, был осорҙа  Грецияға Балкандан  200 000 меңдән ашыу кеше күсерелә. 

XXI быуатҡа арнауттар ғәмәлдә этник берләшмә булараҡ үҙбилдәләнешен юғалта, сөнки өлөшләтә ҡабат албан этносына ҡушылып бөтә, өлөшләтә ныҡлы эллинлаша. Үҙен арнаут тип иҫәпләгән кешеләрҙең һаны Грецияла, төрлө сығанаҡтарға ярашлы,  30 000-дән 140 000-гә тиклем тәшкил итә.

Бойондороҡһоҙ Грек дәүләте хасил булғандан һуң грек арнауттарының күпселеге христианлыҡ ҡабул итә. Әлеге осорҙа Грециялағы, айырыуса Афина тирәһендәге арнауттар тулыһынса эллинлашҡан һәм грек халҡының бер өлөшө булып ҡалған, быға дәүләттең ассимиляциялау сәйәсәте лә йоғонто яһаған.  Икенсе яҡтан, XXI быуатта төрлө диндәге хәҙерге албандарҙың Грецияға легаль һәм легаль булмаған иммиграцияһы яңыра, унда,  2007 йыл статистикаһына ярашлы, албандар илдә гражданлыҡ алғандарҙың  57 процентын тәшкил итә. 

Сербияла төрөк-ислам  ҡиммәттәрен ҡабул иткән арнауттар славяндарҙың бер өлөшөн һәм Балкандың был төбәгендә (Косово, Көнбайыш Македония) этногенезы, мәҙәниәте буйынса үҙҙәренә яҡын торған романдарҙы исламлаштырып ҡына ҡалмай, хатта албанлаштырыуға ла өлгәшә. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Арберештар