Армази (ҡала)
Армази (груз. არმაზი) йәки Армазцихе (груз. არმაზციხე) — Грузияла Мцхетанан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 2 км, Тбилисиҙан төньяҡҡа табан 22 км алыҫлыҡтағы урын. Ҙур Мцхетаның тарихи өлөшө. Был урында боронғо Армази ҡалаһы, Иберия батшалығының баш ҡалаһы урынлашҡан. Армази б.э. тәүге быуаттарында ныҡ үҫешкән һәм 730 йылда ғәрәптәр баҫып алыуынан емерелгән.
Армази | |
груз. არმაზი | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ үҙәге | Иберия |
Армази Викимилектә |
Армази биләмәһендәге 1890 йылда үткәрелгән ваҡ ҡаҙыу эштәре ҡаланың таш баҫҡыстары менән балсыҡ ҡатыш стеналарының плинтусын асыҡлаған. Шулай уҡ ике бүлмәле бина таҙартылған, унда I быуат ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһенең таш ярсыҡтары табылған. 1943 йылдан 1948 йылға тиклем Грузия фәндәр академияһынан Андриа Апакидзе етәкселегендә эре масштаблы ҡаҙыу эштәре үткәрелә, улар 1985 йылда яңыртыла һәм әлегә тиклем бара.
Ҡвҙыныу эштәре I быуаттың беренсе яртыһында юнылған таштарҙан төҙөлгән балсыҡ ҡатыш ҡәлғә стеналары һәм башнялары 30 га майҙандығы уба территорияһын уратып алғанлығын күрһәтә. Стена сиктәрендәге биналар террасала урынлашҡан.
Өс мәҙәни ҡатлам булыуы асыҡлана: иртәнге б.э. тиклем III—IV быуаттарға ҡарай (Армази I), уртаса б.э. тиклем III— I быуаттарға (Армази II), һәм һуңғыһы б.э. I—VI быуаттарына ҡарай (Армази III).
Армази I ҙур таш блоктарҙан төҙөлгән, әммә стеналары балсыҡ кирбестәрҙән һалынған. Унда черепица ҡыйыҡлы ҙур алты колонналы зал булған. Армази II апсида менән ҡорам урынлашҡан. Армази III — иң бай ҡатлам, ул бер-береһе менән эзбизле иретмә һәм металл беркетмәләр менән тоташтырылған бөхтә шымартылған таш блоктарҙан яһалған. Һаҡланып ҡалған ҡоролмалар араһында батша һарайы, бер нисә бай биҙәлгән ҡәберлек, мунсалар һәм ҙур булмаған таш мавзолей бар[1].
Армази әлеге ваҡытта Ҙур Мцхетаның Милли археологик музей-ҡурсаулығының өлөшө булып тора[2].
Ҡала тарихы
үҙгәртергәБарлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәАрхеологик мәғлүмәттәр боронғо Армази хәҙергегә ҡарағанда күпкә киңерәк булған тип һөйләй. Ҡаланың стратегик торошо Даръял тарлауығына — Ҙур Кавказдағы төп юлға еңел үтеү мөмкинлеге менән аңлатыла, ул юл аша скифтар боронғо Яҡын Көнсығышҡа баҫып ингәндәр.
Ҡаланың һәм уның акрополе Армазцихе исеме (არმაზციხე, һүҙмә-һүҙ: Армази цитаделе) ғәҙәттә Армазинан — Иберияның мәжүси пантеонының төп аллаһы исеменән сыҡҡан тип иҫәпләйҙәр. Исем иртә урта быуат грузин тарихында телгә алына, унда һис шикһеҙ ул күпкә өлкән һәм классик Армастика йәки Страбон, Плиния, Птолемея, һәм Диона Кассия исемдәрендә сағыла.
Урта быуат грузин йылъяҙмаларына ярашлы, Армазцихе б.э. тиклем III быуатта Иберия батшаһы Фарнаваз I тарафынан барлыҡҡа килә. Был ҡәлғә хәҙерге тауҙа, Кура йылғаһының уң ярындағы Багинетила тора. Икенсе цитадель Цицамури (წიწამური), йәки классик авторҙарҙан Севсамора, Арагви йылғаһының һул ярында тора һәм Казбек тауына юлды контролдә тота[1].
Мцхетаны үҫтергәндән һуң да, Иберияның баш ҡалаһы булараҡ, Армази Иберия мәжүсилегенең изге ҡалаһы һәм Мцхетаның оборона пункттарының береһе булып ҡала. Ҡәлғәне б.э. тиклем 65 йылда Иберия батшаһы Артаг менән көрәше кампанияһы ваҡытында Рим полководецы Помпей баҫып ала. Шул ваҡытта Кура йылғаһы артындағы емерелгән ҡоролманы әлегә тиклем «Помпей күпере» тип йөрөтәләр.
Үҫеше
үҙгәртергәАрмазиның үҫеше — Иберияның Рим императоры менән союздаш булған осоро. 1867 йылда Армазила табылған таш стеналар б.э. тиклем 75 йылда Рим императоры Веспасиан Иберия батшаһы Митридат Беренсенең Армази ҡалаһын нығытҡан тип хәбәр итә[3]. Был стеналар Көньяҡ Даръялдан сығыу юлын бикләрлек итеп төҙөлгән, был Рим империяһының кавказ сиктәре һуҙымында йыш ҡына һөжүм итеүсе аландарға ҡаршы һаҡлыҡ өсөн булған саралар булыуы ихтимал.
Ошо ваҡыт эсендә Армази менән питиахш вариҫтары идара итә. Питиахш Иберия батшалығы иерархияһында икенсе кеше була. Хакимдар династияһы некрополен ҡаҙыу эштәрендә ике питиахштың (Аспарух (рим император Адриандың замандашы булыуы ихтимал, б. э. тиклем 117—138 йылдарҙа идара итә), Зевах (б.э. тиклем 150 йылдарҙа идара иткән) соҡоп эшләнгән портреты менән ике таш табылған, аутентик грузин портреты миҫалының һирәк өлгөһө[4]. Аарамей яҙмалары шулай уҡ батша архитекторын һәм эпитропосты (надзиратель-идарасы) телгә ала.
Армази боронғо грузин мәҙәни тормошонда һәм урындағы эпиграфика үҫешендә V быуатта грузин алфавиты булғанға тиклем ҙур роль уйнай. Армазила табылған ҡыҙыҡлы яҙыуҙар араһында иң мөһиме булып оҙаҡ йәшәмәгән Серафитаны һәм уның аҫыл сығышын ололап иҫкә төшөргән грек-арамей эпитафияһы («армази билингваһы») тора. Был табылдыҡ грузин яҙыуының көнсығыш арамей яҙыуы төрө менән генетик бәйле икәнлеген раҫлай[5]
Бөлгөнлөккә төшөүе
үҙгәртергәV быуат аҙағы йәки VI быуат башында баш ҡала Тбилисиға күсерелгәс, Армази яйлап тарҡала, әммә элеккесә үҙенең юғары дәрәжәле коменданттарына эйә була. Ҡала тулыһынса 736 йылда ғәрәп полководецы Мөхәммәт ибн Мәрүән тарафынан емерелә һәм ер йөҙөнән юҡҡа сыға[1].
Шул ваҡыттан алып Армази ҡалаһы бер ваҡытта яңынан тергеҙелмәй, әммә уның биләмәһендә 1150 һәм 1178 йылдар араһында изге Нина монастыры төҙөлә, унан шулай уҡ тик емереклектәр ҡала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дзалиси
- Цицамури
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Lang David Marshall Armazi (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 15 декабря 1986.
- ↑ Georgian Museums: National Archaeology Museum-Reserve of Greater Mtskheta.(недоступная ссылка) Ministry of Culture, Monuments Protection and Sports of Georgia.
- ↑ Sherk, Robert K. (1988), The Roman Empire: Augustus to Hadrian, p. 128-9. Cambridge University Press, ISBN 0-521-33887-5.
- ↑ Lang, David Marshall Asparukh (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 15 декабря 1987.
- ↑ Грузинское письмо // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (автор Церетели Г. В.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Армази, описание
- Армазисцихе-Багинети 2017 йыл 1 июль архивланған.
- Исторические памятники округа Мцхета 2011 йыл 21 июль архивланған.. Региональная администрация Мцхета-Мтианети. (груз.)
- Двуязычная надпись из Армази, I век. (текст на арамейском и греческом языках с немецким переводом) Проект Армази. Открытое общество — фонд Грузии.
- Руины на горе Багинети. Фонд «Udabno». (не работает?)
- Гора Багинети. Фото Revaz Zhghenti. (рус.)