Аристова Зинаида Николаевна
Зинаида Николаевна Аристова (ҡыҙ фамилияһы — Овчинникова) (1914 — 1955) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Молотов өлкәһе Оханский районының «Новая деревня» колхозы звеньевойы Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Аристова Зинаида Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1914 |
Тыуған урыны | Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1955 |
Вафат булған урыны | Пермь крайы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | колхозник |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗинаида Николаевна Аристова 1914 йылда Пермь губернаһының Кривошеино ауылында урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.
Зинаида Николаевна Аристова 1930 йылда «Новая деревня» колхозына кереп эшләй башлай, һуңғараҡ «Прикамский» совхозында эшләй. Ваҡыт үтеү менән совхоздың бригадаһын етәкләй, артабан картуф һәм бойҙай үҫтетеүсе бригадаларының звеньевойы булып эшләй. Ул етәкләгән звено бөтә өлкәлә алдынғы эшләүе менән билдәлегә әйләнә. Уның звеноһы иген сәсеү майҙанынан йылына уртаса 30 центнер бойҙай йый ы п ала.
1947 йылда «Прикамский» совхозы хужалығы иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Зинаида Николаевна Овчинникова
(Аристова) бригадаһы 12,85 гектар майҙандың һәр бер гектарынан 30,5 центнер арыш йыйып ала.
1948 йылдың 19 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы игендән рекордлы уңыш йыйып алған өсөн һәм ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Зинаида Николаевна Овчинниковаға (кейәүҙә — Аристова) Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы тапшырыла.
Зинаида Николаевна Аристова (Овчинникова) тыуған Оханский районында йәшәй. 1955 йылда ул вафат була.
Наградалары
үҙгәртергәХеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы (19.03.1948)
- Ленин ордены (19.03.1948)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмә
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кама яны геройҙар. — Пермь, 2006.
- Хеҙмәт геройҙары. Сост. Б Грин — Пермь китап нәшриәте, 1976.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аристова Зинаида Николаевна . «Герои страны» сайты.