Арам MP3

әрмән йырсыһы, шоумен һәм комик,

Арам Саргсян, Арам MP3 (әрм. Արամ Սարգսյան; 5 апрель 1984 йыл) — әрмән йырсыһы, шоумен һәм комик, ул[2][3][4][5] «Евровидение 2014» йыр конкурсына «Not Alone» йыры менән Әрмәнстан вәкиле булараҡ һайлана.[6][7][8][9]

Арам MP3
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Әрмәнстан
Тыуған ваҡыттағы исеме әрм. Արամ Ավետիքի Սարգսյան
Тыуған көнө 5 апрель 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (39 йәш)
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө автор-исполнитель, шоумен, йырсы, комик, гитарасы, клавишник, игрок КВН
Эш урыны Шант[d]
Уҡыу йорто Мхитар Гераци исемендәге Ереван дәүләт медицина университеты[d]
Ҡатнашыусы Евровидение-2014[d]
Музыка ҡоралы вокал[d], фортепиано һәм гитара
Жанр поп-музыка[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 9155
 Арам MP3 Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Арам Саркисян 1984 йылдың 5 апрелендә Ереванда тыуа. Бала сағынан ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға хыяллана һәм мәктәптә уҡыған сағында уҡ хорҙа йырлай, мәктәп сараларында һәм театр постановкаларында ҡатнаша. 2006 йылда Ереван дәүләт медицина университетын фармацевт һөнәре буйынса тамамлай.

Студент сағынан КВН-дарҙа, «Ике йондоҙ» телепроектында, танылған йырсыларға пародиялар тыуҙырып, «32 теш» юмористик проектында ҡатнаша. Байтаҡ ҡына телетапшырыуҙарҙың алып барыусыһы була. Әлеге ваҡытта «Vitamin Club» юмористик проектында сығыш яһай.

Телетапшырыуҙарҙың береһендә коллегаларының береһе уны, шаяртып, «MP3», тип атай, шунан алып был ҡушамат уның сәхнә исеменә әйләнә.

Евровидение 2014 үҙгәртергә

2013 йылдың 31 декабрендә Арам MP3 «Евровидении 2014» йыр конкурсына «Not Alone» йыры менән Әрмәнстан вәкиле булараҡ һайлана.[10]. Күп кенә күҙаллауҙарға ярашлы ул Евровидение-2014-тең төп фавориттарының береһе була һәм финалда  4-се урынды яулай[11].

Дискографияһы үҙгәртергә

Синглы үҙгәртергә

  • «Shine» (2013)
  • «If I Tried» (2013)
  • «Just Go On» (2013)
  • «Not Alone» (2014)
  • «Help» (2014)
  • «Magic» (2014)
  • Help (2015)
  • Asa (2016)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә