Аплербектың Ҙур сиркәүе
Аплербектың Ҙур сиркәүе (нем. Kirche Große Aplerbeck) — Аплербекта, хәҙер Дортмунд өлөшөндә (Германия) протестант сиркәүе. 1867 йылдан 1869 йылға тиклем неоготик стилдә немец архитекторы Кристиан Хайден проекты буйынса төҙөлгән. Архитектура ҡомартҡыһы тип танылған. Башлыса концерт сиркәүе сифатында хеҙмәт итеп, Изге Георг мәхәлләһе тарафынан ҡулланыла.
Аплербектың Ҙур сиркәүе | |
Дәүләт | Германия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дортмунд |
Архитектор | Christian Heyden[d] |
Архитектура стиле | неоготика[d] |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Рәсми сайт | georgsgemeinde.de |
Аплербектың Ҙур сиркәүе Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуатта халыҡ һаны индустриялаштырыу процесы арҡаһында арта. Урта быуат Изге Георг сиркәүе күп һанлы килеүселәр өсөн бик бәләкәй була[1]. Яңы сиркәү 1867 йылда неоготик стилдә арихитектор Кристиан Хайдер проект буйынса төҙөлә, ул Гютерсло ҡалаһында шундай уҡ сиркәүҙең авторы булған[2]. Майҙанды ҙурайтыу өсөн 1200 кешелек галереялар проекты тормошҡа ашырылмай[3] Сиркәү 1869 йылдың 15 декабрендә асыла. Урындағы халыҡ исемһеҙ сиркәүҙе Инжил кирхаһы (нем.Kirche Evangelische) тип атай. Уны шулай уҡ ҡарайған түбә таҡтаһы өсөн Ҡара сиркәү тип тә атайҙар (нем. Kirche Schwarze)[2]. 1929 йылда Аплербек Дортмундтың өлөшө булғанға тиклем Сиркәү урамында урынлашҡан (нем. Kirchstraße), һөҙөмтәлә урам Мертманштрас (нем.Märtmannstraße) тип атала башлай[4]. 1945 йылдың 12 апрелендә америка ғәскәрҙәре Аплербекҡа инергә әҙерләнә[5]. Сиркәүҙә һәм ратушала капитуляция билдәһе тип аҡ флаг ҡаҙайҙар, американлыларҙың тыныс инеүе мөмкин була[2][5]
1999 йылдан ҡорам башлыса концерттар үткәреү өсөн ҡулланыла, яйлап уның Ҙур сиркәү (немKirche Große) исеме нығына[2]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ursula Quednau (ed.): Dehio-Handbuch der deutschen Kunstdenkmäler, Nordrhein-Westfalen II: Westfalen. Deutscher Kunstverlag, Berlin / München 2011, ISBN 978-3-422-03114-2, p. 269.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Große Kirche Aplerbeck (билдәһеҙ) 6. Denkmalbehörde. Дата обращения: 19 февраль 2019. 2018 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Bauerfeld, Jörg. "Geburtstag" / Große Kirche Aplerbeck ist 140 Jahre alt (German) (10 января 2010). 19 февраля 2019 тикшерелгән. 2018 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Große Kirche Dortmund-Aplerbeck (билдәһеҙ). Route der Iindustriekultur. Дата обращения: 19 февраль 2019. 2016 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Straßennamen im Stadtbezirk Aplerbeck M (билдәһеҙ). Aplerbeck. Дата обращения: 19 февраль 2019.
- ↑ 5,0 5,1 Stein, Christian. Aplerbecker Gedenken / Der "Tag des Friedens" erinnert an Befreiung (German) (13 апреля 2012). 19 февраля 2019 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- georgsgemeinde.de — Аплербектың Ҙур сиркәүе рәсми сайты
- Большая церковь Аплербека на light11.de light11.de