Аплаксин Андрей Петрович
Аплаксин Андрей Петрович (10 [22] июнь 1879, Санкт-Петербург — 21 декабрь 1931, Ленинград) — рус архитекторы, граждандар инженеры, рәссам, археолог, реставратор, рус архитектураһы тарихсыһы, әҙәбиәтсе.
Аплаксин Андрей Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 10 (22) июнь 1879 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 декабрь 1931 (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Смоленск православие зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | архитектор, реставратор |
Уҡыу йорто | Институт гражданских инженеров[d] |
Аплаксин Андрей Петрович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1898—1904 йылдарҙа Граждандар инженерҙары институтында уҡый. 1906 йылда Павловка хәрби училищеһын тамамлай. Гвардия подпоручигы дәрәжәһендә запасҡа китә.
Санкт-Петербург дини консисторияһында эшләй (1900 йылдарҙа).
Санкт-Петербург епархияһы архитекторы (1906—1914 йй.). Санкт-Петербургтағы Сампсониевск һәм Ҡазан соборҙарын реставрациялаған.
1914—1928 — хәрби хеҙмәттә. Мәскәүҙә эшләй, хәрби һәм тимер юл төҙөү менән шөғөлләнә.
1928—1931 йылдарҙа — Ғилми институтының педагогика уҡытыусыһы,
1930 йылдың авгусынан алып 1931 йылдың декабренә тиклем — «Экспортлес» акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
Ленинградта Смоленск зыяратында ерләнә(1-я юл, уч. 135).
Төҙөлөштәр һәм проекттар
үҙгәртергәСанкт-Петербург — Петроград
үҙгәртергә- Оло Сампсониевск проспекты, № 53 — Кашин Сретенский монастыры ихатаһы. 1907—1909, Анна Кашинская сиркәүе.
- Оло Сампсониевск проспекты, № 39а, № 41, ихата — «Юбилей» йорт, Сампсониевск соборы эргәһендә сиркәү һәм сторожка, 1908—1909, Н. Е. Лансер ҡатнашлығында
- Чкалов проспекты, № 23 — Ленин урамы, № 43 — Новгород губернаһында ағас сирекәү менән Ягодинский Введенский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры. 1910—1911 (Һаҡланған).
- Петроград яғының Кесе проспекты, № 69/Подрезов урамы, № 14 — Ҡазан Вышневолоцк монастырь ихатаһының Ҡазан сиркәүе. 1910—1912. (Яңыртылған).
- Расстанный үтеп йөрөү урыны, № 7а — Волков зыяратында Успение сиркәүе. 1910—1913 йыл (Һаҡланған).
- Роменский урамы, № 12. Мәскәү митрополиты Петр сиркәүе менән — Творожковский Изге Троица ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ихатаһы, 1911—1913 йыл
- Воронеж урамы, № 110 — Пекин православие дини миссияһы ихатаһының Ҡазан сиркәүе, 1911—1913 йыл (Һаҡланған).
- Введенский урамы, № 9 — Введениский сиркәүенең килем йорто. 1912—1913
- 10-сы Красноармейская урамы (Измайлов полкының 10-сы ротаһы), № 19 — Благовещен ҡатын-ҡыҙҙар монастырының Бежецкий ихатаһы. 1913—1915 йыл (Яңыртылған).
- Троица майҙанында Изге Троица соборы. 1915 й.; ябыҡ конкурс.
- Петроград-Охта вокзалы (конкурс; 1-се премия)
-
Сампсониевский соборы янында сиркәү
-
Изге Анна Кашинская сиркәүе
-
Ҡазан сиркәүе
-
Волково зыяратында Успение Богородица сиркәүе.
-
Пекин дини миссияһының Ҡазан сиркәүе
Санкт-Петербург — Петроград губернаһы
үҙгәртергә- Вычелобок. Лужский өйәҙе. Покрова Богородица сиркәүе. 1907—1909 йылдар
- Яңы Островно (Теплые ключи, Маркизовское, Сергиев полигон). Лужский өйәҙе. Спас Прелбражение сиркәүе. 1907—1909 йылдар
- Ленинград өлкәһе. Лодейнопольский районы, Оять станцияһы. Введено-Оять монастыры: Богоявление Господня ғибәҙәтханаһы (1908—1910 йылдар; һаҡланмаған)
- Дибуны. Петр һәм Павел сиркәүе. 1912—1914 йылдар
- Сиверский, Петербурго-Варшава тимер юлы станцияһы, Царскосельский өйәҙе. Спас-Преображенск сиркәүе. 1912—-1914 йылдар
- Гвоздно. Где өйәҙе. Дамиан һәм Косьма сиркәүе. 1909—1912 йылдар
- Моцкий погост (хәҙер — Мда ауылы). Гдов өйәҙе. Георгий Победоносец сиркәүе. 1910 йылғы проект, 1914 йылда проенкт редакцияһы[1].
- Иҫке Ладога. Николай монастыры.
- Дубки — Н. В. Сазиков имениеһы, Мәскәү -Виндаво-Рыбинск тимер юлынгың Батецкая станцияһы янында. Изге Рух Сиркәүе. Һаҡламаған.
- Ивангород. Николай Илецк монастырының ихатаһы. 1913—1915 йылдар. Һаҡланмаған.
- Усть-Ижорала Александр Невский сиркәүенең причт йорто.
Реставрациялау һәм тикшеренеүҙәр эштәре
үҙгәртергә- Ҡазан соборы. 1911 йыл
- Сампсониевск соборы. 1908—1909 йылдар
- Пантелеймоновск сиркәүе. 1912 йыл, Г. А. Косяков менән бергә
- Шапки ауылында Покров Богородица сиркәүе. 1911—1914 йылдар
- Ямбургта Изге Екатерина соборы
А.П. Аплаксиндың баҫма эштәре
үҙгәртергә- Сампсоновский собор в С.-Петербурге. 1709—1909. СПб.: т-во Р. Голике и А. Вильборга. 1909 г.
- Казанский собор. Историческое исследование о соборе и его описание. СПб. 1911 г.
- Русское церковное искусство и его современные задачи. Доклад, прочит. 8-го января 1911 г. на IV Съезде русских зодчих в присутствии его имп. высочества вел. кн. Петра Николаевича. СПб. 1911 г.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Зодчие Санкт-Петербурга. XIX — начало XX века / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьева, С. Прохватилова. — СПб.: Лениздат, 1998. — 1070 с. — ISBN 5-289-01586-8.
- Слёзкин А. В. Произведения архитектора А. П. Аплаксина в контексте храмостроения неорусского стиля // Архитектурное наследство. Выпуск 50.. — М.: URSS, 2009 г.. — С. 362-379.
- Творчество добра. Петербургский архитектор Андрей Петрович Аплаксин (1879—1931). Фишер М. СПб.: ТО «Балтийская звезда». 2013 г.
- Белоножкин А. Е. Санкт-Петербургский епархиальный архитектор А. П. Аплаксин: жизнь и творчество (кандидатская диссертация). СПб., 2006. (см. автореферат)
- Белоножкин А. Е. Санкт-Петербургский епархиальный архитектор А. П. Аплаксин. — СПб: Невский мир, Лики России, 2013 — 384 с. — ISBN 978-5-9905233-1-9 (Невский мир), ISBN 978-5-87417-444-6 (Лики России)