Анцуб (шулай уҡ Тряпицын, Кукмор) баҡыр иретеү заводы — 1730 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1728 йылда) Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Анцуб йылғаһы буйында (Кама йылғаһы бассейны) крәҫтиән И. В. Тряпицын, сауҙагәр Г. һәм К.Вяземскийҙар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Завод 1743 йылға тиклем эшләй[1][2].

Анцуб заводы
Нигеҙләнгән йыл

1728

Ябылған йыл

1743

Нигеҙләүселәр

И. В. Тряпицын, Д. И. Тряпицын

Урынлашыуы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Тармаҡ

төҫлө металлургия

Продукция

баҡыр

Заводҡа И. В Тряпицын улы Д. И. Тряпицын менән бергә нигеҙ һала[3][4]. 1732 йылда тол ҡалған И. В. Тряпицына заводты Г. М. Вяземскийға һәм уның улы К. Г. Вяземскийға һата. 1734 йылдан 1735 йылға тиклем завод Вяземскийҙарҙың һәм Сембер сауҙагәре Г. И. Глазовтың уртаҡ милке була. 1735 йылдың 27 ноябрендә заводты 1100 һумға Вяземскийҙарҙан Ҡазан сауҙагәре С. Е. Иноземцев һатып ала[3][5]. 1738 йылдан заводтың сирек өлөшөн Семен Еремеевичтың ҡәрҙәше Петр Еремеевич биләй[3][5].

Заводтың ике баҡыр иретеү мейесе һәм бер гармахер горны була. Унда күберәк ирекле ялланма эшселәр эшләй.

Завод эшләгән дәүерҙә унда бөтәһе 6873 бот саф баҡыр иретелә (йылына 200—1300 бот).

1733—34 йылдарҙа завод эшләмәй, 1743 йылда бөтөнләй ябыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кулбахтин Н. М. Анцубский завод // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Анцубский (Тряпицынский, Кукморский) медеплавильный завод / Корепанов Н. С., Гаврилов Д. В. // Металлургические заводы Урала XVII—XX вв.: Энциклопедия / глав. ред. В. В. Алексеев. — Екатеринбург : Издательство «Академкнига», 2001. — С. 34. — 536 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93472-057-0.
  3. 3,0 3,1 3,2 Неклюдов, 2013
  4. Кулбахтин Н. М. Анцубский завод // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. 5,0 5,1 Павленко, 1962
  • Авторы-составители: Е. Г. Неклюдов, Е. Ю. Рукосуев, Е. А. Курлаев, В. П. Микитюк. Предприниматели Урала XVII — начала XX в. Справочник. Выпуск 1. Уральские горнозаводчики / отв. ред. Г. Е. Корнилов. — Екатеринбург: УрО РАН, 2013. — 128 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-7691-2353-5.
  • Павленко Н. И. История металлургии в России XVIII века: Заводы и заводовладельцы / отв. ред. А. А. Новосельский. — М.: Изд-во АН СССР, 1962. — 566 с. — 2000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә