Антон Чеховтың тормошо һәм ижады хронологияһы
Хронология рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың (29 ғинуар 1860 — 15 июль 1904) тормошо һәм ижадына ҡараған ваҡиғаларҙы уларҙың биографик, тарихи һәм әҙәби контексында яҡтырта.
1860-е
үҙгәртергәЙыл | Чехов | Әҙәби тарих | Сәйәси тарих |
---|---|---|---|
1860 | 17 (29) ғинуар 1860 ― Таганрогта, П. Е. Чехов һәм Е. Я. Чехова (ҡыҙ фамилияһы Морозова) ғаиләһендә Антон Павлович Чехов тыуа. | И. С. Тургенев үҙенең «Бынан элгәре» романын баҫып сығара. | Рәсәй менән Ҡытай араһында Пекин трактаты төҙөлә. Рәсәйгә Приморье бирелә. |
1869 | Чехов Таганрог гимназияһына уҡырға инә. | И. А. Гончаров үҙенең «Текә яр» романын баҫтыра. | Суэц каналы суднолар йөрөүгә асыла. |
1870-се йылдар
үҙгәртергәЙыл | Чехов | Әҙәби тарих | Сәйәси тарих |
---|---|---|---|
1876 | Атаһының бөлөүе банкротство арҡаһында Чеховтар ғаиләһе Мәскәүгә күсә. Буласаҡ яҙыусы, ашау-эсеүен һәм уҡыуын репетиторлыҡ менән хәстәрләп, гимназияны тамамлағансы Таганрогта тороп ҡала. | Тәураттың тулы Синод тәржемәһе урыҫ теленә тәржемә ителә. | Беренсе интернационалдың тарҡалыуы. |
1877 | Чехов тәү тапҡыр Мәскәүгә килә. | Ф. М. Достоевский үҙенең «Ҡыҙыҡ кешенең төшө» хикәйәһен баҫтыра. | 1877―1878 йй. Урыҫ-төрөк һуғышының башланыуы]] |
1878 йыл | «Атайһыҙлыҡ» — яҙыусының тәүге пьесаһы. Чеховтың вафатынан һуң, 1923 йылда, тәүге тапҡыр баҫыла. | Л. Н. Толстой үҙенең «Анна Каренина» романын баҫтырып сығара. | Төп европа илдәренең булып үткән Урыҫ-төрөк һуғышы һөҙөмтәләрен ҡайтанан ҡарап сығыусы Берлин конгресы. |
1879 | Чехов Таганрог гимназияһын тамамлай һәм Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға инә. | Жюль Верн үҙенең «„Баунти“ боласылары» тигән повесын баҫтырып сығара. | Рәсәй империяһынан бергәләп һаҡланыу оборона маҡсатында Австрия-германия килешеүе төҙөлә. |
1880-се йылдар
үҙгәртергәЙыл | Чехов | Әҙәби тарих | Сәйәси тарих | ||
---|---|---|---|---|---|
1880 | Чеховтың: «Ғалим күршегә хат», «Письмо к ученому соседу» әҫәрҙәре тәүләп баҫылып сыға. «Энәғараҡ», «Ярсыҡтар», «Будильник» журналдары менән бергә эшләү. | Мәскәүҙә А. С. Пушкиндың бронза һәйкәле урынлаштырылған. | Абдуррахман, иленең үҙаллылығын сикләүгә алмашҡа, Великобритания менән үҙен Афғанстан әмире тип таныу тураһында килешеү төҙөй. | ||
1884 | Чехов заканчивает университетты тамамлай һәм, әҙәби эшмәкәрлек менән бер рәттән, табип булып та эшләй. Шул уҡ осорҙа туберкулёз билдәләре симптом күренә башлай. Выходит в свет сборник «Мельпомена әкиәттәре. А. Чехонтеның алты хикәйәһе» йыйынтығы яҡты донъя күрә. | Генрик Сенкевич үҙенең «Ут һәм ҡылыс менән» романын баҫтыра. | Сахалин утрауы менән идара итеүҙе үҙгәртеп ҡороу преобразование положениеһы. Сахалин Приморский өлкәһе хәрби губернаторы идаралығынан алынған һәм туранан-тура Көнсығыш Себер генерал-губернаторына буйһондоролған. Утрауҙың начальнигы посы булдырылған. | ||
1885 | Чехов тәүге тапҡыр Санкт-Петербургты күрә, шунда «Яңы ваҡыт» гәзите нәшриәтсеһе А. С. Суворин менән таныша. | Ги де Мопассан үҙенең «Һөйкөмлө дуҫ» романын баҫтыра. | Кушка алышы. Рәсәй империяһының сиктәрен көньяҡҡа бик күпкә максималь киңәйтеү, Азияла гегемония өсөн ойошторолған «Ҙур уйын» сиктәрендә Великобритания менән тулы масштаблы конфликт ҡурҡынысы янауы. | ||
1886 | Чехов Мәскәүҙә Садово-Кудринская урамындағы йортҡа күсә. «Сыбар хикәйәләр» әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрә. | Л. Н. Толстой үҙенең «Иван Ильичтың үлеме» повесын баҫтыра. | Әлегә саҡлы билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында Людвиг II Баварский үҙенә үҙе ҡул һала. | ||
1887 | «Эңерҙә» йыйынтығының баҫылып сығыуы. Ф. А. Корштың мәскәү театрында Чеховтың «Иванов» комедияһының премьераһы тәүге тамашаһы. | Н. С. Лесков «Һаҡтағы кеше» хикәйәһен баҫтыра. | Өс император (Россия, Германия, Австро-Венгрия) Союзы эшмәкәрлеге туҡтай | ||
1888 | «Эңерҙә» йыйынтығы өсөн Фәндәр Академияһы яҙыусыға Пушкин премияһын тапшыра. Чеховтың «Петербург гәзите» «Петербург гәзите» баҫмаһын сығарыуҙа хеҙмәттәшлегенең тамамланыуы. «Төньяҡ хәбәрсеһе» журналында | {{comment | «Дала» повесы баҫылып сыға. | Генрик Сенкевич үҙенең «Пан Володыёвский» романын баҫтырып сығара. | Харьков ҡалаһы янындағы Борки станцияһында поездың һәләкәткә осрай. Император ғаиләһе ағзалары зыян күрмәй. |
1889 | «Иванов» пьесаһы Александринский театрында сәхнәгә ҡуйыла. Ағаһы Николай вафат була. Чехов Одессаға, шунан ― Ялтаға китә. «Бәхәс» хикәйәһе, «Яманһыу тарих» повесы, пьесы «Шүрәле», «Татьяна Репина», «Ирекһеҙҙән трагик», «Туй» пьесалары донъя күрә. | Марк Твен үҙенең «Король Артур һарайы эргәһендәге Коннектикут янкиҙары» романын баҫтырып сығара. | Бразилияла республикансыларҙың дәүләт түңкәрелеше. |
1890-сы йылдар
үҙгәртергәЙыл | Чехов | Әҙәби тарих | Сәйәси тарих |
---|---|---|---|
1890 | «Ҡараңғы сырайлы кешеләр» хикәйәләр йыйынтығы сығарыла. Ғинуар айында Петербургта Сувориндың фатирында туҡтала. Апрель-декабрь айҙарында каторжандар тормошон үҙ күҙе менән күреү маҡсатында Сахалин утрауына бара. Владивостоктан диңгеҙ юлынан, Гонконг, Сингапур, Коломбо, Һинд океан, Суэц каналы, Константинополь аша, ҡайта, һәм, ахырҙа, Одессаға килеп етә. | Оскар Уайльд «Дориан Грей портреты» романын баҫтырып сығара. | Йәш император Вильгельм II менән тышҡы сәйәсәт курсы буйынса конфликт арҡаһында, Отто фон Бисмарк Герман империяһының канцлер посынан отставкаға китә. |
1891 | Чеховтың Европа буйлап тәүге сәйәхәте: Венала, Венецияла, Флоренцияла, Римдә, Неаполдә, Помпейҙа, Ниццела, Монте-Карлола, Парижда була. Нижегород һәм Воронеж губерналарының асҡа интеккән крәҫтиәндәренә ярҙам күрһәтә. «Бисәләр» хикәйәһе, «Дуэль» повесы, «Юбилей» пьесаһы баҫыла. | Габриеле Д'Аннунцио «Джованни Эпископо» романы буйынса эшен тамамлай. | Александр III Транссебер тимер юлын төҙөү тураһындағы Бойороҡҡа ҡул ҡуя. |
1892 | Чехов мартта Мәскәүҙән китә һәм ҡала янындағы Мелихово имениеһына күсә. Тульский губернаһында таралған холера эпидемияһы осоронда сирлеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаша. «6-сы һанлы палата» повесы, «Ырғандаҡ» хикәйәһе баҫыла. | Д.Н. Мамин-Сибиряк үҙенең «Алтын» романын баҫтырып сығара. | АҠШ-та 8 000 ашыу кеше ҡатнашҡан Гомстед стачкаһы. |
1893 | 1890 йылғы сәйәхәт тәьҫиренә нигеҙләнеп яҙылған очерктары ― «Сахалин утрауы» «Остров Сахалин» китабы өҫтөндәге эшен тамамлай. | Болеслав Прус «Эмансипанткалар» романы өҫтөндә эшен тамамлай. | Яңы Зеландия (Великобританияның колонияһы) ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем һайлаусы хоҡуғын алған тәүге ил була. |
1894 | Европа буйлап икенсе сәйәхәте: Вена, Триест, Венеция, Милан, Генуя, Ницце, Париж ҡалаларында була. «Ротшильд скрипкаһы», «Студент», «Әҙәбиәт уҡытыусыһы» хикәйәләрен, «Ҡара монах» повестарын баҫтырыу. | К. Д. Бальмонт үҙенең тәүге «Төньяҡ күге аҫтында» шиғри йыйынтығын баҫтыра. | Император Николай II-нең батша идаралығы башлана. |
1895 | Лев Николаевич Толстойға, Ясная Полянаға барғанда, бөйөк яҙыусы уға ҡысҡырып «Йәкшәмбе» романының ҡайһы бер главаларын уҡый. «Аҡсарлаҡ» пьесаһы өҫтөндә эшләй. И.А. Бунин менән танышыуы. «Муйындағы Анна», «Ариадна», {{comment|«Аҡ маңлай»|«Белолобый»} хикәйәләрен, «Өс йыл» повестарын баҫтырыу. | Максим Горький үҙенең «Изергиль әбей» хикәйәһен баҫтырып сығара. | Ҡытай менән Ҡытай һәм Япония араһындағы уңышһыҙ һуғышты тамамлап ҡуйған Симоносекский килешеүе төҙөлә. |
1896 | Александринский театры сәхнәһендә «Аҡсарлаҡ» пьесаһы премьераһы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Мелиховта Чехов ҡыңғырауыҡлыҡ төҙөүгә иғәнә индерә. «Мезонинлы йорт» хикәйәһен, «Ваня ағай» пьесалары баҫылып сыға. | Генрик Сенкевич «Камо грядеши» романын баҫтырып сығара. | Италия Эфиопия менән һуғышта еңелеүгә дусар була. |
1897 | Мәскәү губернаһы Серпухов өйәҙе Бавыкин улусында халыҡ һанын яҙып алыу эшендә ҡатнашҡаны өсөн бронза миҙалына лайыҡ була. Новоселкиҙа мәктәп төҙөүгә аҡсалата иғәнә индерә. Совершает поездку в в Париж, Биарриц. Урыҫ яҙыусыларының Ярҙамлашыу союзына ағза итеп һайлана. Көслө үпкә ҡан килеүенән яфалана, табиптар кәңәше менән Ялтаға күсә. Публикуются рассказы «Ирҙәр», «Ылауҙа», «Бәшәнәк» хикәйәләре баҫыла. | Герберт Уэллс үҙенең «Күҙгә күренмәҫ кеше» романын баҫтыра. | Великобританияла королева Викторияның гәүһәр юбилейы. |
1898 | Яҙыусының аҡсаһына Мелиховта земство мәктәбе төҙөлә. О.Л. Книппер менән танышыуы. Мәскәүҙә октябрь айында Павел Егорович Чехов, Антон Павловичтың атаһы үлә. Ялта ҡалаһы ситендә дача төҙөр өсөн участка һатып ала. Һамар губернаһында аслыҡтан яфаланған балпалар өсөн иғәнә ярҙамы йыйыу менән шөғөлләнә. Мәскәү художество театры менән хеҙмәттәшлек итә: 17 декабрҙә «Аҡсарлаҡ» спектакленең премьераһы үтә. «Кескәй трилогия» («Футлярҙа йәшәгән кеше», «Крыжовник», «Мөхәббәт хаҡында» һәм «Ионыч» повестары донъя күрә. | Максим Горькийҙың тәүге «Очерктар һәм хикәйәләр» тип исемләнгән хикәйәләр йыйынтығын баҫтырыу. | Испанияның АҠШ менән һуғышта еңелеүе. |
1899 | Китаптар нәшер итеүсе А.Ф. Маркс яҙыусы менән әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырыу тураһында килешеү төҙөй, беренсе том донъя күрә. Максим Горький менән танышыуы. Мухалат мәктәбен төҙөүгә ярҙам күрһәтә һәм туберкулёз сирлеләргә шифахана төҙөү маҡсатында аҡса йыйыу ойоштора. «Халыҡ мәғарифы өсөн алдынғы тырышлығы өсөн» өсөнсө дәрәжәле Изге Станислав ордены тапшырыла. Публикуются рассказы «Хеҙмәт менән бәйле эш буйынса», «Йөрәккәй», «Дама эте менән» хикәйәләре баҫыла. | А.С. Пушкиндың тыуыуына йөҙ йыллыҡты байрам итеү. | Гаагалағы 1-се тыныслыҡ конференцияһында Һуғыштың закондары һәм йолалары халыҡ-ара конвенцияһын ҡабул итеү. |
1900-сы йылдар
үҙгәртергәЙыл | Чехов | Әҙәби тарих | Сәйәси тарих |
---|---|---|---|
1900 | Чехов Петербург фәндәр академияһының нәфис әҙәбиәт төркөмө буйынса почётлы академигы итеп һайлана. Европаға өсөнсө тапҡыр барыу: Ницца, Пиза, Флоренция, Рим. «Текә яр» «Йырында» повесы, «Өс апалы-һеңлеле» пьесаһы, «Святкала» хикәйәһе баҫыла. | Теодор Драйзер үҙенең «Керри апай» романын баҫтыра. | Парижда Бөтөн донъя күргәҙмәһе. |
1901 | Мәскәүҙә О.Л. Книппер менән никахлашыуы. «Өс апалы-һеңлеле» пьесаһының Мәскәү Художество театрында премьераһы. | Сюлли-Прюдом Әҙәбиәт буйынса тәүге Нобель премияһы лауреат була. | Австралия Великобританияның доминионы статусы ала. |
1902 | Горькийҙы уның составынан сығарғаны өсөн Петербург фәндәр академияһының почётлы академигы исеменән баш тарта. | Максим Горький «Тормоштоң төбөндә» пьесаһы буйынса эшен тамамлай. | Англия-япон союзын булдырыу. |
1903 | Яҙыусының һуңғы «Кәләш» хикәйәһе һәм һуңғы «Сейә баҡсаһы»
пьесаһы баҫыла. |
Джон-Антуан Но Гонкур премияһының тәүге лауреаты була. | Сербия короллегендә Май түңкәрелеше. Король ғаиләһен ултереү. |
1904 | Мәскәү художество театрында «Сейәле баҡса» премьераһы. 1904 йылдың 2(17) июнендә Чехов, үҙен насар тойғанлыҡтан, ҡатыны менән немец курорты Баденвейлерға килә. 1904 йылдың 2 (15) июлендә сәғәт 03:00 яҙыусы вафат була. 1904 йылдың 9 (22) июлендә Новодевичий монастырының Успенский сиркәүе ҡәберлегендә ерләнә. | Джек Лондон үҙенең «Диңгеҙ бүреһе» романын баҫтыра. | Урыҫ-япон һуғышының башланыуы. |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов Антон Павлович (1860 – 1904). Основные даты жизни и творчества.
- Хроника жизни Антона Павловича Чехова(недоступная ссылка)
- Антон Павлович Чехов (1860-1904). Биография в датах и фактах. 2017 йыл 10 сентябрь архивланған.