Антокольский Лев Моисеевич

Антокольский Лев Моисеевич (Лев Мовшевич; 12 июнь 1872 йыл, Вильно, Рәсәй империяһы — декабрь 1942 йыл, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.

Антокольский Лев Моисеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 июнь 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Вильнюс, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1942[1]
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Император художество академияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Leyba Antokolʹskiy
 Антокольский Лев Моисеевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Лев Мовшевич (Моисеевич) Антокольский 1872 йылдың 30 майында (иҫке стиль буйынса) Вильно ҡалаһында, икенсе гильдия сауҙагәре Мовша Лейбович Антокольский (1836—1902) һәм Сора-Мерьям Юделевна (Мерка Иделевна) Антокольская[2] ғаиләһендә тыуған.

Вильно һүрәт төшөрөү мәктәбен тамамлай. 1891, 18931900 йылдарҙа Император сәнғәт академияһында И. Е. Репин оҫтаханаһында уҡый, рәссам титулы менән тамамлай. Санкт-Петербургта уҡыуын тамамлағандан һуң Вильноға ҡайта. 1912 йылға тиклем Вильнола йәшәй, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы рәсемдән уҡыта, художество-сәнәғәт йәмғиәтендә һүрәт төшөрөү кластары менән етәкселек итә. Рәссам Лазарь Сегалдың тәүге уҡытыусыһы. 1908 йылда «Вильно художество йәмғиәтен» ойоштороусыларҙың береһе һәм йәмғиәттең идара ағзаһы була. Сәнғәт һәм күргәҙмәләргә күҙәтеү буйынса күп мәҡәләләр яҙа, мәҡәләләре, атап әйткәндә, «Северо-западный голос» исемле Вильно гәзитендә баҫылып сыға.

1911 йылдың февралендә Рәсәй империяһы рәссамдарының икенсе съезында ҡатнаша.

1912 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.

19301932 йылдарҙа— «Малярное дело» журналында мөхәррир урынбаҫары һәм рәссам булып эшләй. 1942 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

  • Ҡатыны — Роха-Песя Пейсаховна Антокольская, улдары Марк (1906) һәм Михаил (Моисей, 1908).
  • Ҡустыһы (ағаһы Гершон Мовшевич Антокольскийҙың улы) — шағир Павел Григорьевич Антокольский.
  • Скульптор Марк Антокольскийҙың ике туған ҡустыһы[3].

Тарихи темаларға яҙа, библия сюжетын, йәһүдтәрҙең көнкүреше күренештәрен, Вильно пейзажын һүрәтләй, натюрморттар, передвижниктар традицияһында күп нәмәләр төшөрә. Портрет менән шөғөлләнә. 20-се йылдарҙа йәмәғәт биналары өҫтөндә эшләй, атап әйткәндә, «Одеон», «Модерн» кинотеатрҙарын («Метрополь» ҡунаҡханаһында) биҙәй, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһен биҙәй (1923). Мәскәүҙең ҡайһы бер райондарын комплекслы биҙәкләү проектын эшләй һәм башҡара (1929).

1903—1904 йылдарҙа асылмаларҙа тәүрат персонаждары портреттары серияһын эшләй, уларҙы «Мәскәү техника бюроһы» заказы буйынса Г. Ламберт типографияһы баҫтырып сығара.

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

үҙгәртергә

19031910 йылдарҙа Петербург сәнғәт академияһының яҙғы күргәҙмәләрендә, Ви́льнала — Ви́льна һынлы сәнғәт йәмғиәте күргәҙмәләрендә, һуңыраҡ — «И. Е. Репин йәмғиәте» күргәҙмәләрендә (19271928) ҡатнаша.

Галереяһы

үҙгәртергә

Лев Моисе́евич Антоко́льскийҙың эштәре Дәүләт рус музейында, Одесса художество музейында, Литва художество музейында һаҡлана.

Библиография

үҙгәртергә
  • Библиографический словарь «Художники народов СССР» т.1-4, М., Искусство, 1970—83 гг. т. 1 с. 166.
  • Vilniaus meno mokykla ir jos tradicijos. Vilnius, 1996. P. 310.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Lev Moiseevič Antokol'skij // MAK (пол.)
  2. Запись о рождении доступна на сайте еврейской генеалогии JewishGen.org, имя при рождении — Лев Антокольский (отец — Мовша, мать — Сора-Мария)
  3. Его дед Лейб Янкелевич Антокольский был родным братом отца скульптора.