Саралидзе Анзор Михайлович

(Анзор Михайлович Саралидзе битенән йүнәлтелде)

Саралидзе Анзор Михайлович (21 октябрь 1965 йыл) — ғалим-инженер-механик. 2013 йылдан Владимир дәүләт университеты ректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2002), доцент[1].

Саралидзе Анзор Михайлович
Тыуған көнө

21 октябрь 1965 йыл

Тыуған урыны

СССР

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Жилищно-коммунальное хозяйство

Эшләгән урыны

Владимир дәүләт университеты

Альма-матер

Владимирский политехнический институт

Ғилми дәрәжәһе

кандидат экономических наук

Ғилми исеме

доцент

Ниндәй өлкәлә танылған

Специалист в области жилищно-коммунального хозяйства

Награда һәм премиялары

Почётный работник высшего профессионального образования Российской Федерации

Биографияһы

үҙгәртергә

Анзор Михайлович Саралидзе 1965 йылдың 21 октябрендә тыуған.

1983 йылда Совет Армияһына сафына саҡырыла. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, 1985 йылда Владимир политехник институтының әҙерлек бүлегенә инә. 1986 йылдан Владимир политехник институты студенты, 1991 йылда юғары уҡыу йортон «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы» белгеслеге буйынса тамамлай, инженер-механик. 1987 йылдан 1991 йылға тиклем институттың автотрактор факультетында комсомол ойошмаһы секретары була.

2000 йылда Владимир дәүләт университетында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген башлай, унда тәүҙә университеттың дөйөм мәсьәләләр буйынса проректоры ярҙамсыһы була. 2001 йылда Владимир университетының административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә.

2002 йылда Владимир дәүләт университетында «Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы менән идара итеү системаһын камиллаштырыу» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

2003 йылдан ВлДУ-ла уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректор, ә 2006—2012 йылдарҙа университетта уҡытыу-тәрбиә эштәре һәм социаль сәйәсәт буйынса проректор булып эшләй.

Артабан Анзор Саралидзе Владимир дәүләт университеты ректоры итеп тәғәйенләнә. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы темаһы буйынса ғилми мәҡәләләр һәм монографиялар яҙа.

Владимир өлкәһе юғары уҡыу йорттарының ректорҙар Советы рәйесе һәм Рәсәй ректорҙар союзы Советы ағзаһы булып тора. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Владимир төбәк бүлексәһе Президиумы ағзаһы.

2008 йылда Рәсәй федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының «Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең Почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнгән. Рус Православие Сиркәүенең «Бөйөк кенәз Владимирҙың тыуыуына 1000 йыл тулыу хөрмәтенә» юбилей миҙалына лайыҡ була. 2005 йылда юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында 2004 йылдың иң яҡшы ғилми китабына конкурс лауреаты була.

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылдың 22 июнендәге бойороғо менән мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Анзор Саралидзеға «Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә