Анакопия ҡәлғәһе (груз. ანაკოფია)- Яңы Афонда боронғо хёрби ҡәлғә, Сухуми ҡалаһынан яр буйындағы юл буйлап 22 км (14 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Участка яҡынса 450 × 150 метр оҙонлоҡта Иверия тауы түбәһендә урынлашҡан. Был Абхазия батшалығының, боронғо Анакопияның тулыһынса һаҡланған бинаһы[1]

Анакопия ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Абхазия Республикаһы
 Грузия
Административ-территориаль берәмек Новый Афон[d]
Обитатель Леон I[d]
Карта
 Анакопия ҡәлғәһе Викимилектә

Хәрби ҡоролма икенсе һәм дүртенсе быуаттар араһында төҙөлә. Етенсе быуат аҙағында ҡәлғә тирәләй мосолман экспансионизмынан хафаланып, византиялылар ярҙамында диуарҙар төҙөйҙәр[2]. Диуарҙары ҡырҡылған тығыҙ эзбизташ блоктарҙан төҙөлгән. Бер инеү урыны бар, ҙур булмаған ҡапҡалары көньяҡ яҡта. Үҙәгендә дүрт ҡат бейеклегендә рим стилендәге башня тора, унан тирә-яҡ ландшафтҡа, Ҡара диңгеҙгә матур күренеш асыла. Ҙур булмаған христиан базиликаһы шулай уҡ ҡәлғә уртаһында һигеҙенсе быуатҡа тиклем төҙөлгән. Таш алтары, шулай уҡ дини мәғәнәгә эйә булған балыҡтарҙы һүрәтләгән һәм тәре фрескалары һаҡланып ҡалған. Сиркәү менән йәнәш 25 м тәрәнлектәге ҡоҙоҡ ярҙамында йыйылған тәбиғи һыу менән тултырылған цистерна урынлашҡан[3].  

Һигеҙенсе быуатта Анакопия, Византия христиан донъяһын Өмәүиҙәр хәлифәлегенән айырған сик буйында була, ә 736/737 йылдарҙа Абудабд әл-Малик Мәрүән ибн Мөхәммәт, буласаҡ Мәрүән II, 60 000 кеше иҫәпләнгән ғәскәре был ваҡытта Абхазия батшалығының баш ҡалаһы булған ҡәлғә диуарҙары янына йыйыла. Грузин йылъяҙмаларында ҡәлғәне Леон I етәкселеге аҫтында 1000 ибериялы һәм 2000 абхаз яҡлай, тип әйтелә[4]

2008 йылда башняны тергеҙеү һәм уны күҙәтеү майҙансығы сифатында ҡулланыу өсөн реставрация эштәре башҡарыла[5]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. "Anacopia Fortress". Novy Afon \ Tourist attractions. The state committee on resorts and tourism of Abkhazia Republic. Archived from the original on 8 December 2015. Retrieved 5 December 2015.}
  2. "Anacopia fortress, Abaakhuda, Abkhazia, Georgia". Pointers. Retrieved 5 December 2015.
  3. "Anacopia fortress, Abaakhuda, Abkhazia, Georgia". Pointers. Retrieved 5 December 2015.
  4. "Anacopia Fortress". Novy Afon \ Tourist attractions. The state committee on resorts and tourism of Abkhazia Republic. Archived from the original on 8 December 2015. Retrieved 5 December 2015.
  5. "Anacopia Fortress". Novy Afon \ Tourist attractions. The state committee on resorts and tourism of Abkhazia Republic. Archived from the original on 8 December 2015. Retrieved 5 December 2015.