Аммассалик (утрау)
Аммассалик (дан. Ammassalik Ø) — Гренландияның элекке, ғәмәлдән сығарылған Аммасалик муниципалитетына ҡараған, артабан яңы барлыҡҡа килгән Сермерсоок коммунаһы урынлашҡан утрау. Административ үҙәге — Таасалик. Аммасалик утрауының майҙаны — 772 квадрат километр. Ул Атлантик океан акваторияһына ҡарай. Был утрауҙың иң бейек нөктәһе 1352 метр тәшкил итә. 2012 йылғы иҫәпләүҙәр мәғлүмәттәре буйынса Аммасалик утрауында бөтәһе 3044 кеше йәшәй (2012)[1]. Аммасалик утрауындағы һәр бер квадрат километрҙа халыҡ тығыҙлығы — 3,94 кешене тәшкил итә. Көнсығыш Гренландияның Аммасалик муниципалитетына ҡараған иң эре тораҡ пункты — Тасиилак торағы. Шулай уҡ Аммасалик утрауында башҡа тораҡ пункттары ла бар, улар түбәндәгесә урынлашҡан:
- Иккатек, халҡы — 1 кеше (Аммассаликтан көнбайыштағы бәләкәй утрау)
- Исерток, халҡы — 120 кеше
- Кулусук, халҡы — 310 кеше (Аммассалик утрауынан көнсығышҡа табан)
- Кууммиут, халҡы— 392 кеше
- Кемертуарссуит, 2005 йылдың 1 ғинуарынан алып бында кеше йәшәмәй (2004 йылдың 1 ғинуарына унда барлығы 1 кеше иҫәпләнә)
- Сермилигаак, халҡы — 212 кеше
- Тинитекилаак, халҡы — 148 кеше
Аммассалик | |
Дәүләт | Гренландия (административ берәмек) |
---|---|
Административ үҙәк | Тасиилак[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сермерсоок[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Атлантик океан |
Халыҡ һаны | 2093 кеше |
Оҙонлоҡ | 37,5 km |
Киңлек | 31 km |
Майҙан | 699 км² |
Аммассалик Викимилектә |