Америка сереге — ҡарышлауыҡтарҙың һәм көпләнгән урсемдең зарарлы ауырыуы. Америка серек ауырыуын лярва микробтары тыуҙыра.

Ауырыуҙың билгеләре һәм ағымы

үҙгәртергә

Лярва микробтары тик ҡарышлауыҡтарҙа ғына, бигерәк тә улар көпләнгәс, яҡшы үрсей. Ә ҡарышлауыҡ тәненән ситтә үрсеүҙән туҡтай һәм спора хәлендә үҙен яҡшы һаҡлай. Лярва микробының споралары умарталыҡта унар йыл һаҡланыуы ихтимал.

Ауырыуҙың сығанағы булып, был ауырыуҙан үлгән үрсем һанала. Эшсе ҡорттар үлгән үрсемдән күҙәнәкте таҙартҡанда микробтарға буяла һәм һау ҡарышлауыҡтарҙы ашатҡанда уларҙы зарарлай. Америка серек ауырыуы күберәк бал ҡорттары урлашҡан ғаиләләрҙә башлана, сөнки улар көсһөҙ һәм ауырыу ғаиләләрҙең аҙығын һәм шуның менән бергә микробтар ҙа алып ҡайта. Ҡайһы ваҡыт ҡорттар ауырыу умарталарҙан алынған бал һәм кәрәҙ һаҡлана торған келәттән бал ташыйҙар йәки ауырыу ғаиләләрҙе тәрбиәләгәндә рамға килеп ҡуналар һәм микробты алып китәләр. Америка серек ауырыуы микробтары балауыҙ көйәһе, төрлө талпандар, ҡырмыҫҡалар рәм башҡа бөжәктәр аша тарала. Таҙалыҡ ҡағиҙәләрен һаҡламаған умартасы был ауырыуҙың умарталыҡта таралыуын тиҙләтә. Ауырыу күстәрҙә кәрәҙҙәрен алмаштырғанда йәки умарталарҙы күсереп йөрөткәндә тарала. Микроб тәүҙә ҡарышлауыҡтың эсәгенә аҙыҡ менән эләгә, йәш ҡарышлауыҡтың эсәгендә шәкәр күп булыу сәбәпле, тәүге осорҙа үрсемәй. Ҡарышлауыҡ үҫеп, күҙәнәк ҡапҡасы ябылғас, эсәктәрҙә шәкәр аҙайғас, микробтар үрсей һәм, уларҙың һаны ҡырҡа артыу арҡаһында, ҡарышлауыҡтар үләләр һәм серейҙәр. Америка сереге Европа серегенән һуңыраҡ башлана. Уның ныҡ таралыуы йәйҙең урталарына тура килә. Быға йәйҙең артыҡ эҫелеге һәм умартаның артыҡ йылыныуы сәбәпсе була. Тәүҙә айырым ҡарышлауыҡтар үлә, һуңынан күпләп үләләр.

Был ауырыу йәйҙең уртаһында башланғанға күрә, умарталарҙы ҡарау һирәкләнгәс, ауырыуҙың башланыуын умартасы тиҙ генә белмәй. Үрсем үлеп серегәс, ныҡ һуҙыла торған ҡуйы матдәгә әйләнеп, кәрәҙҙең күҙәнәгенә йәбешеп кибә. Ныҡ зарарланған бал ҡорто ғаиләләре йәй көнө, аҙыраҡ зарарланғандары йәй ахырында, ә ҡышҡылыҡҡа ҡалғандары ҡышҡы һәм яҙғы осорҙа үләләр. Ауырыу яңы ғына башланһа, иҫән ҡалған күстәр ҡышлап, сығалар, ләкин уларҙа ауырыу йәй көнө иртә башлана, бик тиҙ тарала.

Ябыҡ күҙәнәктәге ҡарышлауыҡтар, урсаҡтар үлгәнгә күрә, был ауырыу тиҙ ген күҙгә ташланмай. Бер ни тиклем ваҡыт үтеп, эшсе ҡорттар, күҙәнәк ҡапҡасын асып, үлгән ҡарышлауыҡтарҙан кәрәҙҙе таҙарта башлағас, ғаиләлә ауырыу барлығы асыҡлана. Үлгән ҡарышлауыҡтың ҡабығы тәүҙә тиҙ йыртыла, эсе һыулы һәм йомшаҡ була, унан 2—3 аҙна үткәс, йәбешеп һәм һуҙылып торған матдәгә әйләнә. Ҡарышлауыҡ ялтырауыҡлы төҫтән аҡһыл һоро төҫкә, унан һарғылт, һуңынан көрән төҫкә инә. Тәүҙә серегән үрсемдең еҫе булмай, ә һуңынан ағас елеме еҫе килә башлай.

Серегән матдәгә шырпы тығып кире алғанда, ул шырпынан тиҙ генә айырылмай, йәбешеп һуҙыла.

Үлгән ҡарышлауыҡтың башы ҡапҡасҡа йәбешкән була. Улар серей башлап, төпкә батанда үҙҙәре менән бергә ҡапҡасты ла төпкә тарталар, шуға күрә кәрәҙҙең ҡапҡастары эскә батып тора.

Дауалау саралары

үҙгәртергә

Был ауырыуҙы таратмаҫ өсөн, ауырыу күстәрҙе күсереп йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Яңы ойошторолған умарталыҡты элеккеһенән алыҫыраҡ (кәмендә 5—7 километрҙа) урынлаштырырға кәрәк. Умарталыҡта юғары сифатлы урындағы тоҡом ҡорттарын, көслө күстәр аҫрау һәм ҡорттарҙың аҙыҡ сығанағын яҡшыртыу ауырыуға ҡаршы торорға ярҙам итә. Умарталыҡта серек ауырыуы беленгәс тә, ауырыу үрсеме күберәк булған рамдан кәрәҙҙе ҡырҡып алып, лабораторияға ебәрергә кәрәк. Умарталыҡтағы бөтә ғаиләләрҙе тикшереп, нисә күс ауырыуы асыҡлана, һәр ғаиләне ҡарау алдынан ҡулланған әйберҙәр йоғошһоҙландырыла, ҡулдарҙы һабынлап йыуырға кәрәк. Ауырыу ғаиләнең кәрәҙен, балын, инә ҡортон һәм үрсемен һау күскә күсереү тыйыла. Әгәр ҙә хужалыҡта ауырыу күстәр бер нисә умарталыҡта осраһа, ауырыу ғаиләләрҙе бер урынға йыйып дауаларға кәрәк.

Әгәр умарталыҡта бер генә ғаилә ауырыһа, уны яндыралар.

Ауырыу менән көрәшеү бал ҡорттарын яңы йәки таҙа умартаға күсереүҙән башлана. Бал ҡорттарын күсергәндә, һау ғаиләләргә ауырыу таралмаһын өсөн, кис менән, бал ҡорттары осоуҙан туҡтағас, күсерергә кәрәк. Күсереү алдынан инә ҡорт ситлеккә ябыла, ә төп умартаны урынынан алып, уның урынына яңы йәки таҙа умарта ҡуйыла. Был буш умарта балауыҙлы рамдар менән тултырыла. Буш умартаның алдына фанера таҡта ҡуйып, өҫтөнә ҡағыҙ ябыла. Был умартаның рамдарын алып, ҡорттарын фанераға Һелкеп төшөрәләр, улар яңы умартаға инә. Бал ҡорттары урынлашып бөткәс, фанераның өҫтөнә йәйелгән ҡағыҙҙы яндыралар. Бал ҡорттарына, дарыу ҡушып, шәкәр шәрбәте бирәләр.

Бөтә күсерелгән ғаиләләрҙең үрсемле рамдары серек ауырыуы менән ауырыусы башҡа күстең үрсемһеҙ һәм баллы рамдары урынына ҡуйыла һәм бала ҡорттар шунда сығарыла. Оса торған эшсе ҡорттар һәм инә ҡорт алынып, бала ҡорттар ғына ҡалдырыла. Умартаның кейәһе селтәр менән ябыла һәм 21 көнгә йылы һәм ҡараңғы урынға урынлаштырыла, һәр көн таҙа һыу бирелә.

Ғаиләләге бала ҡорттарҙың сығыуына ҡарап, 20 көндән һуң улар икенсе таҙа умартаға күсерелә һәм, уларға йәш инә ҡорт биреп, яңы күс ойошторола. Бындай ғаиләләрҙе тотоу өсөн яраҡлы урын булмаһа, улар умарталыҡтан 600 метр ситтә күләгәле урынға урынлаштырыла. Был ваҡыт кейә бер сантиметр ҙурлығында ғына асыҡ ҡалдырыла. Кейә таҡтаһына 5 процентлы карболка иретмәһе һөртөлә. Дарыуҙарҙан неомицин, эритромицин, окситетрациклин, тетрациклин һәм башҡа антибиотиктарҙың береһен бер литр шәрбәткә 400 мең берәмек ҡушып бирәләр.

Дауалау өсөн бер грамм норсульфазол йә 2 грамм сульфантролды бер литр шәрбәткә ҡатнаштырып ашатырға мөмкин.

Дауалау маҡсатында шәкәр шәрбәтен махсус һауыттарға йәки кәрәҙҙәргә ҡойоп, ауырыу ғаиләләргә кис, рам араһындағы ҡорттарға 100—150 грамм иҫәбенән, бирәләр. Умартаны яҡшылап йылыталар. Шәкәр шәрбәтен биреүҙе 5—7 көн һайын, күстәр тамам таҙарғансы ҡабатлайҙар.

Сағыштырмаса һау бал ҡорто ғаиләләренә дарыу ҡушылған шәкәр шәрбәтен 1—2 тапҡыр бирергә кәрәк.


Буш умарталар, таҡта бүлгестәр һәм башҡа әйберҙәр паяльный лампа менән дезинфекциялана. Халат һәм башҡа мамыҡ туҡыманан булған әйберҙәр 80 минут һелтелә ҡайнатыла. Ауырыу күстәрҙең кәрәҙҙәрен иретеп, балауыҙына «Серек ауырыуы» тип яҙып, балауыҙ заводына тапшырыла. Был балауыҙҙан балауыҙ табаҡтары яһау Һәм уны кәрәҙ төҙөүҙә ҡулланыу тыйыла. Ауырыу булған умарталыҡтан алынған балды бал ҡорто ғаиләһенә ашатырға ярамай, ә кешегә зыяны юҡ. Һалам мендәрҙәр яндырыла. Ауырыу умартаның балын һарҡытҡандан һуң, бал һурҙырғыс ҡайнар һыу менән йыуыла, һуңынан 2—3 процентлы ҡайнар һелте менән сайҡатылғас, тағы ла ҡайнар һыу менән йыуыла һәм ҡояшта киптерелә. Йыуынды һыу тәрән соҡорға түгелә, һәм был соҡор тупраҡ менән күмеп ҡуйыла.