Амбар иген көйәһе
Амбар иген көйәһе | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Халыҡ-ара исеме күрһәтелмәгән Һеҙ , latin=исеменн ҡалып эсенә яҙып ярҙам итә алаһығыҙ |
Амбар иген көйәһе [1] − ҡоротҡос күбәләк. Аҙыҡ-түлек келәттәре, ашлыҡ амбарҙары, элеваторҙар, тирмәндәрҙә тереклек итә.
Ҡанат йәйеме 20-25 мм, алғы ҡанаттары - һоро төҫтә, китекле ике аҡ һыҙығы һәм ҡара төҫтәге буй-буй арҡыры һыҙыҡтары һәм нөктәләре бар. Ҡортоноң оҙонлоғо 20 мм-ға етә, асыҡ-һары, алһыу, ҡайһы ваҡыт йәшкелт төҫтә була. Башлыса он, ярма, сохари һ.б. ашамлыҡтарҙы зарарлай. Он көйәһе (Pуralis farinalis) бөтә ерҙә таралған, ҡанат йәйеме 30 мм-ға етә, алғы ҡанаттары - ҡанат төбендә һәм осонда шәмәхә-көрән, уртада көлһыу-һоро һыҙыҡ үтә, артҡы ҡанаттары ҡараңғы һоро төҫтә, борылма һыҙыҡлы. Йыл быйына көйәләрҙең 5 быуыны үҫеп өлгерә. Ҡортоноң оҙонлоғо 20 мм-ға етә, һарғылт-аҡ төҫтә, һирәк кенә ҡыҫҡа һыҙыҡтар менән ҡапланған; ашлык, он, ярма, бесән, көрпә һәм кондитер аҙыҡтарын зарарлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)