Аман (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Аман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәАман исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Иҫән-һау, имен мәғәнәләренә эйә[1]. Аман һүҙенә килде, ҡол һүҙҙәре ҡушылыуҙан Амангилде, Аманғол исемдәре барлыҡҡа килгән.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәТулеев Аман Ғүмәр улы (ҡаҙ. Аманкелді Молдағазыұлы Төлеев); 13 май 1944 йыл) — Рәсәй сәйсәмәне. Кузбасс һөнәри белем биреүҙе үҫтереүҙең төбәк институты ректоры (2018 йылдың 17 сентябренән). Кемерово өлкәһе губернаторы (1 июнь 1997 йыл — 1 апрель 2018 йыл). 2018 йылдың 3 апреленән Кемерово өлкәһе халыҡ депутаттары соаеты депутаты, 10 апрелдән 14 сентябргә тиклем уның рәйесе. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» оредының тулы кавалеры. Ҡаҙаҡ, Адай ҡәбиләһенең Балыҡсы ырыуынан. Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында үҫә. Әсәһе — Мөнирә Фәйҙи ҡыҙы Власова (ҡыҙ фамилияһы — Насырова) ярымбашҡорт, ярымтатар.
Саспаев Аман (15 октябрь 1929 — 15 июнь 2015) — ҡаҙаҡ, уйғыр, ҡырғыҙ телдәрендә ижад иткән прозаик һәм публицист, СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1967), профессор.
Фамилия
үҙгәртергәАманов Ураҙгилде — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Салауат Юлаевтың көрәштәше.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |