Амалье йорто (кат.Casa Amatller) — Барселонала неоготика һәм модерн араһында тирбәлгән стилдә төҙөлгән бина. Әлеге ҡиәфәтен 1898 һәм 1900 йылдар араһында архитектор Ж. Пуч-и-Кадафалька проекты буйынса алған (кат.I Cadafalch Josep Puig).

Амалье йорто
Нигеҙләү датаһы 1898
Рәсем
Дәүләт  Испания[1]
Административ-территориаль берәмек Dreta de l'Eixample[d][1]
Әҫәр заказсыһы Antoni Amatller[d]
Архитектор Жозеп Пуч-и-Кадафалк[d]
Архитектура стиле каталонский модернизм[d] һәм неоготика[d]
Рәсми асылыу датаһы 1900
Обитатель Amatller Institute of Hispanic Art[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия Испании[d][1] һәм культурное достояние Каталонии национального уровня[d]
Адрес Passeig de Gràcia, 41
Рәсми сайт amatller.org
Ранг Alexa 15 032 870[2]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Casa Amatller[d]
Карта
 Амалье йорто Викимилектә

Амалье йорто Эшампле районындағы Пасео-де-Грасия (кат.Passeig de Gràcia) урамында (кат. Eixample) Бальо йорто һәм Лео Морера йорто менән йәнәш урынлашҡан.

Йорт 1875 йылда төҙөлгән, 1898 йылда уны кондитер Антонио Амалье һатып ала һәм архитектор Ж. Пуч-и-Кадафалькҡа реконструкцияларға ҡуша. Бер төркөм рәссамдар һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары ҡатнашҡан эш барышында йорттоң үҙгәртеп ҡороу һәм художестволы биҙәү эштәре башҡарыла.

1976 йылда король указы менән Амалье йорто милли әһәмиәттәге ҡомартҡы тип иғлан ителә. Бинаның өҫкө ҡаттарында Амалье сәнғәтенең испан институты (кат.Amatller Hispànic Institut d ' Art) урынлаша, ул Испания сәнғәте темаһына арналған ҙур китапханаға эйә[3].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Бинаның фронтоны ғәҙәти булмаған һикәлтәле, ул голланд готика әҫәрҙәрен хәтерләтә, ә өҫкө ҡат тәҙрәләренең биҙәлешендә испан готикаһы мотивтары күҙгә ташлана[3]. Дүртенсе ҡаттағы галерея семәрле капителдәре булған колонналар менән биҙәлгән. Фасад скульптураларын Эусеби Арнау-и-Маскорт (кат.I Mascort Arnau Eusebi) башҡарған. Төп инеү урыны библия темаларына һәм урта быуат риүәйәттәре сюжетына скульптуралар менән биҙәлгән, юғарыла урынлаштырылған аллегорик һүрәттәр музыка, һынлы сәнғәт, архитектура һәм скульптураны сағылдыра. Инеү урыны өҫтөндә йорт хужаһының аллегорик портреты урынлашҡан.

Бинаға ике инеү урыны бар— бейегерәге вестибюлдәргә егелгән кареталар өсөн тәғәйенләнгән, инеү ишектәре араһында Амальеның герб ҡалҡаны урынлашҡан.

Интерьеры

үҙгәртергә

Бинаның вестибюленең һәм төп баҫҡысының биҙәлеше каталон модерны өсөн хас — таш (колонналар), ағас (түбәләре),сүкелгән тимер (лампалар), төҫлө кафель (стеналарҙың көпләнеүе) бергә ҡулланыла[3]. Амалье йортоноң эске ихатаһы витраж менән ябылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=es&srlang=es&srid=RI-51-0004199 — 2017.
  2. Alexa Internet (ингл.) — 1996.
  3. 3,0 3,1 3,2 Хомбург, Эльке Барселона. Путеводитель. Дата обращения: 15 август 2015.
  • Бөтә Барселона. Oro escudo de editorial нәшриәте, a. s. Barcelona. ISBN 84-378-1850-8

Һылтанмалар

үҙгәртергә