Алёхин Алексей Петрович

Алехин Алексей Петрович (17 май 1930 йыл — 18 май 2018 йыл) — юрист, административ хоҡуҡ буйынса белгес. 1987—2018 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты юридик факультетының административ һәм финанс хоҡуғы кафедраһы мөдире, юридик фәндәр докторы (1981), профессор (1985). Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры (2015) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы (2000).

Алёхин Алексей Петрович
Тыуған көнө

17 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]

Вафат көнө

18 май 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (88 йәш)

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Петрович Алехин 1930 йылдың 17 майында Орёл өлкәһенең Ливенский районы Троицкое ауылында тыуған. 1954 йылда Мәскәү юридик институтының көндөҙгө бүлеген тамамлай, артабан шул уҡ йылда Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетындағы аспирантураға уҡырға инә. 1962 йылда «СССР тимер юл транспорты менән идара итеү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан Мәскәү дәүләт университетында эшләй: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр (1969), һуңынан — өлкән уҡытыусы, доцент (1973), профессор (1985) була. 1966 йылдан 1978 йылға тиклем осорҙа юридик факультет деканының сит илдәрҙән килгән студенттар менән эшләү буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй.

1981 йылда Алексей Петрович Алехин «Производство предприятиеһының тармаҡҡа идара итеү системаһы звеноһы булараҡ административ-хоҡуҡи статусы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1986 йылдан алып үҙенең вафатына тиклем Алехин Алексей Петрович М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында административ хоҡуҡ кафедраһы мөдире булып эшләй. Был кафедра 2006 йылдың сентябренә тиклем «административ һәм финанс хоҡуғы кафедраһы» тип аталып йөрөтөлә. А. П. Алехин 2018 йылдың 18 майында Мәскәүҙә вафат була һәм Хованский үҙәк зыяратында ерләнә.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • «Ответственность за нарушения налогового законодательства» (соавт., 1992)
  • «Разделение властей: история и современность» (соавт., 1996)
  • «Административное право. Общая и Особенная части» (соавт., 1968)
  • «Советское административное право» (соавт., 1973)
  • «Административное право РФ» (соавт., 1994)
  • «Административное право России. Основные понятия и институты» (соавт., 2004)
  • «Административное право России» (соавт., 2012)
  • «Управление железнодорожным транспортом в СССР» (1963)
  • «Сборник задач по советскому административному праву» (соавт., 1965)
  • «История юридического факультета Московского государственного университета им. М. В. Ломоносова в 3-х т. Т. 2. История развития юридических наук и их преподавания в Московском университете: 1755—2005» (соавт., 2005).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Алехин Алексей Петрович // https://www.biografija.ru/biography/alekhin-aleksej-petrovich.htm

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Алёхин Алексей Петрович. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.