Алыш
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
юғары

Алыш — балалар уйыны.

Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара.

Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. — Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. — Өфө : Ғилем, 2006 q. — 72 б. ; 20 см. — 200 д. — ISBN 5-7501-0628-4.
  • Т. Х. Аслаев. Ы.Ә. Исламғолова. Уйнат, уйлат баланы. Өфө 1987 й.
  • Балалар фолклоры. Беренсе китап. 1994йыл Өфө.- ISBN 5-295-01280-8.
  • Балалар фолклоры. Икенсе китап. 1994йыл Өфө. — ISBN 5-295-01534-3