Алтын ҡәлғә - (груз. Золотая крепость, рус. ოქროს ციხე) - Грузиялағы Адигени муниципалитетының Болажури ауылы янындағы ҡәлғә [1].

Алтын ҡәлғә
груз. ოქროს ციხე
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Адигенский муниципалитет[d]
Урын Самцхе-Джавахети[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Алтын ҡәлғә Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Болажури ауылы Грузияның көньяғында, Самцхе-Джавахет районында, Адигени муниципалитетында урынлашҡан.Нығытма ауылдан йыраҡ түгел, бейек, ҙур ауырлыҡ менән менеп етерлек ҡаяла тора. Ул Грузияның иң ҙур зиндандарының береһе.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Нығытманың өҫкө яғы бейек ҡаяла урынлашҡан. Ҡабырғалары төньяҡтан һәм көньяҡтан. Бынан тыш нығытмала бер нисә башня бар. Берәүһе иң өҫтә һәм унан тотош нығытма эсе күренә.

Нигеҙе бик ҡатмарлы, сөнки диуарҙары ҡаяларҙың төрлө бейеклегенән һалынған.

Ишеге төньяҡтан. Диуар ҡалынлығы 2 метр. Һөжүм итеүселәргә эскә эләгеүе лә ауыр, унда ингәс тә бик ҡатмарлы. Һаҡсылар төрлө башняларҙан күҙәткән.

Ҡасан төҙөлөүе билдәһеҙ. Фараз ителеүенсә, XIII быуатта йәки XIV вбыуат башында һалынған, шуғаса бер ниндәй мәғлүмәт тә осрамай. XV - XVII быуаттарҙа, төрөктәр хакимлыҡ иткәндә, месхетлеләрҙе ул ныҡлы һаҡлаған. Яҡын тирәләге бар төбәк ус төбөндәгеләй күренеп торған.

Алтын ҡәлғә Давид батша хроникаһында телгә алына (XVI быуат). 1578 йылда төрөктәр ғәскәр башы Лала-паша нығытмаға һөжүм итә. Нығытма бирелергә мәжбүүр була.

Төрөктәр яулап алғандан һуң ҡәлғәне "Алтункала", йәғни "Алтын ҡәлғә" тип атай башлайҙар [2][3]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ოქროსციხე 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
  2. Beradze, V. (1970). სამცხის ხუროთმოძღვრული ძეგლები [Architectural monuments of Samtskhe] (Gürcüce). Tbilisi. ss. 61-62.
  3. Fähnrich, Heinz (2010). Geschichte Georgiens [History of Georgia] (Almanca). Brill. s. 368. ISBN 9789004184503

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ბერიძე ვ., სამცხის ხუროთმოძღვრული ძეგლები, თბ.,1970 წ.рус. Беридзе В., Памятники архитектуры Самцхеви, Tб., 1970
  • ზაქარაია პ., ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 7, გვ. 614, თბ., 1984 წელი.рус. Закарая П., Грузинская Советская Энциклопедия , Т. 7, с. 614, Тб. 1984